06.09.2018 Бәхил бул, ғалим!
Быйылғы көҙ айы тағы бер талантлы башҡорт улын юғалтыуыбыҙ менән иҫтә ҡаласаҡ. Үкенескә күрә, 59 йәшендә генә Салауат Абдрахман улы ҒӘЛЛӘМОВТЫҢ йөрәге тибеүҙән туҡтаны.
Был тикшеренеүсе башҡорт телен төрлө боронғо һәм заманса телдәр менән сағыштырыу буйынса оло эш алып барҙы. Ә милли эпостарыбыҙҙы боронғо Индия һәм Европа фәлсәфәһе менән сағыштырҙы. Китаптарында, башҡорт (башҡорд) теле бик күп Европа телдәренә нигеҙ һалған, шул иҫәптән грек, латин һәм инглиз телдәренә, тип иҫбатланы. Яҙыусы, аттарҙы ла иң тәүгеләрҙән булып тап башҡорттар (башҡордтар) ҡороҡлаған, тигән фекерҙе яҡланы.
Тик тикшеренеүсенең сенсацияға торошло асыштары, идеялары ғилми йәмәғәтселек тарафынан ҡабул ителмәне. Киң ҡарашлы, тәрән белемле Салауат Абдрахман улының хатта бер ниндәй ғилми дәрәжәһе лә булманы. Танылыу тапмаған ғалимдың академик булмаған «Урал батырға — 4 мең йыл», «Гилгәмештән алып Заратустраға тиклем башҡорттар», «Бөйөк Һәүбән» һәм башҡа хеҙмәттәрен ялған гипотезаны раҫлауҙа, етешһеҙлектәрҙә ғәйепләнеләр. Әҫәрҙәренә ирония менән ҡараған профессиональ тарихсыларға ул былай тип яуап бирҙе: “Мин үҙ халҡымды яратам, шуға күрә уның тарихының иң тәүге сығанаҡтарын тикшерәм”. Ә бит уның ҡарашы менән килешеүселәр бик күп, тарихсының хеҙмәттәре ябай халыҡ араһында ла әүҙем фекер алышыуҙар тыуҙырҙы. С. Ғәлләмов Санкт-Петербург Рәсәй фәндәре академияһы, ҡайһы бер сит ил ғалимдары менән хеҙмәттәшлек итте, Көнбайышта танылған тарихсы булды, АҠШ, Германия, Англия илдәренең юғары уҡыу йорттарында лекциялар уҡыны.
Бәхил бул, Салауат Абдрахман улы! Башҡорттар хаҡында үҙенсәлекле баһалап бөткөһөҙ хеҙмәттәрегеҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә!
«Йәшлек»тәр.