RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

12.09.2018 Йәй ите – ҡабаҡ

Йәй ите – ҡабаҡ
Ниһайәт, уңған баҡсасыларҙың ҡабаҡтары ла өлгөрә башланы. Үҙе тәмле, үҙе еңел ризыҡ бит ул. Унан төрлө ҡабымлыҡ, гарнир йәки үҙ аллы аш та әҙерләй­ҙәр. Үҙенсәлекле рецептарҙың бер нисәүһен һеҙгә тәҡдим итмәксебеҙ.

Фриттата
Ҡабаҡтан әҙерләнгән итальян омлеты шулай тип атала. Бының өсөн: 1 уртаса ҡабаҡ, 1 татлы борос, 1 һуған, 1 услам йәшел һуған, укроп, петрушка, 2 ҡалаҡ көнбағыш йәки зәйтүн майы, тәменсә тоҙ һәм ҡара борос, 4 йоморт­ҡа, 1/2 стакан һөт кәрәк буласаҡ.
Ҡабығынан һәм орлоҡтарынан таҙартҡандан һуң, ҡабаҡты һаламлап нәҙек итеп турар­ға. Татлы боросто ла ошо рәүешле турағыҙ. Һу­ғанды ваҡ шаҡмаҡтарға бүлгеләп, йәшел һуған һәм башҡаһын ҡырҡып әҙерләгеҙ.
Табалағы майҙа һуғанды ҡыҙҙырғас, уға ҡабаҡты өҫтәргә. Тоҙлап, борослап, ҡапҡасын ябып 2 – 3 минут утта тоторға.
Йомортҡа менән һөттө ҡушып туҡығас, татлы борос, йәшел һуған, укроп һәм петрушка өҫтәргә. Килеп сыҡҡан шыйыҡсаны ҡабаҡтың өҫтөнә ипләп кенә ҡойорға. Фритта­таны ошонда уҡ талғын утта бешереп алырға йәки 15 – 20 минутҡа мейескә ҡуйырға мөмкин.

Соя соусында ҡабаҡ
Азия стилендәге ризыҡ боросло һәм әсе була. Уны дөгө менән бирергә яйлы. 1 ҡалаҡ крахмал, 4 ҡалаҡ соя соусы, 1 һуған,1/2 балғалаҡ тоҙ, 1/2 балғалаҡ иҙелгән имбирь, 2 уртаса ҡабаҡ, 2 ҡалаҡ көнбағыш майы, 5 бүлкәт һарымһаҡ.
Ярты стакан һыуға һалып, крахмалды болғарға, өҫтөнә соя соусын, һуған, тоҙ һәм имбирҙы һалырға.
Уны 1х1 сантиметр ҙурлығындағы шаҡмаҡтарға турарға. Ҡабаҡты яҡшы ҡыҙған табала майҙа ҡыҙҙырып алғандан һуң, теләүселәр кишер һәм татлы борос өҫтәй ала.
Яртылаш әҙер булған ҡабаҡтың өҫтөнә соялы шыйыҡсаны ҡойорға. Таба­ның ҡапҡасын ябып, 5 – 7 минут быҡтырырға. Һуңынан иҙелгән һарымһаҡты һалып, уттан алып, бер аҙ тоторға.

Клярҙағы ҡабаҡ
Кляр эсендәге ҡабаҡ һутлылығын юғалтмаясаҡ. Ул һарым­һаҡлы соус йәки ҡаймаҡ менән бигерәк тәмле була.
1 эре ҡабаҡ, 2 йомортҡа, 1/2 стакан он, 6 ҡалаҡ ҡаймаҡ, тәменсә тоҙ, 1 балғалаҡ прованс үләндәре, ҡыҙҙырыу өсөн шыйыҡ май.
Ҡабаҡты түңәрәкләп 1 сантиметр тирәһе ҡалынлыҡта ҡырҡырға. Кляр өсөн 2 йо­морт­ҡаны, 1 стакан ондо, ҡаймаҡты, тоҙҙо һәм тәмләткестәрҙе туҡырға. Һәр ҡырҡымды клярға манып, яҡшы ҡыҙған табала ҡурырға.

Ҡабаҡтан кәтлит
Арзан һәм туҡлыҡлы ризыҡ күптәрҙең яратҡан ҡабымлығына әйләнгән. Уны эҫе көйөнсә лә, һыуыҡ килеш тә ашарға була. Юлға, эшкә үҙең менән алырға уңайлы аҙыҡ.
2 ҙур булмаған ҡабаҡ, 1/2 балғалаҡ тоҙ, 100 г ҡаты сыр, 2 бүлкәт һарымһаҡ, 2 йо­мортҡа, 3 ҡалаҡ он, ҡурыу өсөн шыйыҡ май.
Ҡабаҡты ҡырғыс аша үткәрергә, тоҙларға һәм 10 – 15 минутҡа ҡуйып торорға. Был ваҡыт арауығында ваҡ ҡырғыс­тан сыр һәм һарым­һаҡты үткәрергә. Ҡабаҡты һығып алырға, сыр, һарым­һаҡ, йомортҡа һәм он һалып болғатырға кәрәк. Килеп сыҡҡан фарштан кәтлит яһар­ға һәм ҡыҙған табала ҡыҙҙырырға. Фарш ныҡ шыйыҡ булһа, тағы бер аҙ он ҡушыр­ға. Әгәр ҙә барыбер һыулыраҡ икән, кәтлитте табаға ҡалаҡлап һалырға мөмкин.

Ҡабаҡтан торт

Үҙенсәлекле ҡабымлыҡ менән байрам өҫтәлен биҙәргә мөмкин. Рецебы яп-ябай, көн һайын әҙерләргә лә була.
1 эре ҡабаҡ, 1 балғалаҡ тоҙ, 3 ҡалаҡ он, 3 ҡалаҡ манный ярмаһы, 2 йомортҡа, ҡурыу өсөн шыйыҡ май, 1 һуған, 1 кишер, 2 бүлкәт һарымһаҡ, 1 услам йәшел һуған, укроп һ.б., 200 г тәбиғи йогурт.
Ҡабаҡты ҡабығынан һәм орлоғонан таҙартырға, эре ҡырғыс аша үткәрергә. Тоҙлап, 10 – 15 минут тоторға. Бүленеп сыҡҡан шыйыҡсаны түгеп, ҡабаҡты һығып алырға. Он, манный һәм йомортҡа өҫтәргә. Килеп сыҡҡан ҡамыр­ҙан майлы табала ҡоймаҡ ҡойорға, сама менән 5 – 6 ҡоймаҡ сығырға тейеш.
Һуған һәм кишерҙе ваҡ итеп турап аҙ ғына майҙа ҡыҙҙырып алырға. Уға һарымһаҡты һәм йәшел үләндәрҙе өҫтәргә.
Һәр ҡоймаҡтың өҫтөнә йогурт һеңдереп, һуғанлы-кишерле ҡатлам һалып, тортты йыйырға кәрәк.

Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне