11.09.2018 Маринадлы ташҡабаҡ
Маринадлы ташҡабаҡ
3 кг ташҡабаҡ, укроп, петрушка, 2 – 3 кишер, ярты стакан һарымһаҡ, 2 ҡалаҡ тоҙ, 4 ҡалаҡ шәкәр, 1 стакан көнбағыш майы, 150 мл аш һеркәһе, 1 ҡалаҡ хуш еҫле борос кәрәк.
Кишерҙе түңәрәкләп, ташҡабаҡты шаҡмаҡлап турап, өҫтөнә тоҙ, шәкәр, тәмләткестәр, аш һеркәһе һалып, 3 – 4 сәғәткә ултыртып ҡуйырға. Һуңынан йәшелсәләрҙе стерилләнгән банкаларға һалып ябырға.
Ананас һутында ташҡабаҡ
1 кг ташҡабаҡ, 350 г ананас һуты, 0,5 стакан шәкәр, 2 – 3 ҡалаҡ лимон кислотаһы, бысаҡ осонда ванилин кәрәк.
Ташҡабаҡты турап, уның өҫтөнә шәкәр, лимон кислотаһы һалып, 15 минут ҡайнатырға. Банкала һуты аҙыраҡ булһа, һыу өҫтәргә мөмкин. Стерилләнгән банкаға һалып, тимер ҡапҡас менән ябып ҡуйырға.
Йәшелсәләрҙән ассорти
1-әр кг кәбеҫтә, кишер, һуған, татлы борос, помидор, ҡыяр, 5 ҡалаҡ тоҙ, 5 ҡалаҡ шәкәр, 1 стакан көнбағыш майы, 1 стакан 9 процентлы аш һеркәһе кәрәк.
Йәшелсәләрҙең барыһын да һаламлап турап, 10 минут бешерергә. Стерилләнгән бакаларға тултырып ябырға.
Кетчуп
4 кг помидор, 1 кг кишер, 3 баш һарымһаҡ, укроп, корейса кишер өсөн тәмләткестәр, 2 ҡалаҡ тоҙ, 1 стакан шәкәр, ярты стакан көнбағыш майы, ярты стакан аш һеркәһе кәрәк.
Йәшелсәләрҙе ит турағыс аша үткәрергә лә тәмләткестәр өҫтәп, 40 минут бешерергә.
0, 5 л банка менән 10 банка кетчуп сыға.