01.08.2018 «Ну, погоди!» йәнһүрәтенә арналған тимер аҡсалар сыҡты
Рәсәй банкы данлыҡлы совет йәнһүрәте хөрмәтенә өс һәм 25 һумлыҡ иҫтәлекле аҡсалар сығара башланы. Уларҙың тиражы 500 мең дананан артып китәсәк.
Монеталарҙы штамплау йәнһүрәттең тәүге серияһы экранға сыҡҡанына 50 йыл тулыуға арналған.
Өс һумлыҡ көмөш аҡсалар өс мең берәмек сығасаҡ. Бынан тыш, мельхиор иретмәһенән монеталар һуғыласаҡ. Улары ике төрлө – ябай (450 мең берәмек) һәм тампон баҫмалы төҫлө (50 мең берәмек). Бөтә аҡсаларҙың реверсында Бүре менән Ҡуяндың фигуралы шыуыуы һынландырылған. Аҡса әйләнәһе буйынса «Ну, погоди!» яҙыуы урынлашҡан.