23.07.2018 Зраза йәки бәлеш-кәтлиттәр
Бала саҡта әсәй менән район үҙәгенә барғанда ашханаға индек. Шунда тәүге тапҡыр зраза ашап ҡарап, бәлеш-кәтлиттәр тип исем ҡуштым. Уларҙың тәме һаман да тел осонда ғына торған кеүек. Үҙе йомшаҡ, үҙе тәмле, үҙе матур ғына инеләр... Ә әсәй нишләптер уларҙы өйҙә бешермәне. Минең дә тәүге осорҙа оҫталыҡ булманы, йәмшәйеп, кителеп, тишелеп бөтә торғайны. Әммә һүҙемде һүҙ иттем: мин хәҙер зразаны бик оҫта бешерә беләм, вәт! Бөгөн һеҙгә лә бәшмәк менән бешерергә өйрәтәм.
Уның өсөн артыҡ майлы булмаған ит фаршы кәрәк. 500 грамм ит иҫәбенә 100 грамм тирәһе сухари оно, самалап тоҙ, борос, бер йомортҡа һалып яҡшылап бутайбыҙ. Фарштан ҡул менән әүәләп бәләкәй генә йәймәләр эшләп уртаһына эслек һалырға. Һаҡ ҡына итеп уларҙы кәтлит формаһына килтереп төрөргә лә майланған табаларға теҙеп һалырға кәрәк. Өҫтәнә һарымһаҡ менән буталған майонез яғып, духовкала 30-40 минут тирәһе бешереп алырға. Бешеп сығырға 5 минут ҡала ҡырғыс аша үткәрелгән сыр һибергә була.
Эслек өсөн 200 грамм бәшмәкте ваҡлап турап, 1 кишерҙе ҡырғыс аша үткәреп, 2 һуған ҡушып үҙемлек майында 10-15 минут тирәһе ҡыҙҙырырға.