23.08.2018 Йомортҡалы ролл
Хәҙер йәштәр суши, ролл, бигшеф, фишролл кеүек ят атамалы ризыҡтарҙы ярата. Шаурма ла бик популяр. Шул уҡ ваҡытта уларҙы үҙебеҙсәрәк итеп тә әҙерләргә мөмкин. Мәҫәлән, йомортҡаларҙан ролл. Рецебы бик ябай.
Ике кешелек ролл өсөн дүрт йомортҡа, уларға самалап кишер, йәшел һуған, ҡара борос, тоҙ һәм көнбағыш майы кәрәк. Ролды берәр йомортҡалап бешерәбеҙ.
Йомортҡаны туҡыйбыҙ, тоҙлап-борослап бутайбыҙ. Артабан туралған йә ҡырылған йәшелсәне самалап һалып ебәрәбеҙ. Кишер урынына сыр, ветчина, татлы борос, бәшмәк тә алырға мөмкин.
Майлап йылытылған табаға йәшелсәле-йомортҡалы ҡатышманы (бер йомортҡанан) һалабыҙ ҙа, бешеңкерәгәс, әйләндерәбеҙ. Бушаған урынға икенсе өлөшөн, әҙерәген һалабыҙ. Ҡыҫҡаһы, ҡоймаҡ ҡойған кеүек бешерәбеҙ. Һәр бешкәнен төрөп барабыҙ. Яп-ябай ризыҡ, ә атамаһы модалы – ролл!