26.07.2018 Яңы китап сыҡты
Яҙыусы һәм журналист, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты *id25835987 (Айгиз Баймөхәмәтов) әҙәбиәт һөйөүселәргә өр-яңы йыйынтығын тәҡдим итә.
“Ҡыҙыҡ был тормош” тип атала китап. Бында автор менән булған ҡыҙыҡлы ваҡиғалар, замандаштары, ҡәләмдәштәре хаҡында үҙенсәлекле мәҙәктәр тупланған.
Бына шуларҙың береһе генә:
“Тере яҙыусы буламы?
Бөрйән районында һөйләнеләр был хәлде. “Иртәгә яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов менән осрашыу була” тигән иғлан элеп ҡуйғандар. Быны күргәс, башланғыс класта уҡыған малайҙың иҫе киткән:
– Әсәй, тере яҙыусы буламы? – тип һораған ул.
Малайҙың былай тип уйлауына һис тә аптырарлыҡ түгел. Үҙем дә мәктәптә уҡығанда шул уҡ фекерҙә инем, сөнки әҙәбиәт дәресендә гел үлгән яҙыусыларҙың ижадын өйрәнә инек…”
Ә бөгөн тере яҙыусылар, шөкөр, күп һәм китаптар ҙа сығып тора. Уҡырға ғына кәрәк.