19.07.2018 Рәсәй автопромы яңылыҡтары: "Приора" һау бул, һаумы, яңы "Гранта"!
АвтоВАЗ "Приора" моделен йыйыуҙы туҡтатасағын рәсми рәүештә белдерҙе. Был машинаның 2110 моделен дауамы икәнен иҫәпкә алғанда, уны 22 йыл дауамында етештергәндәр.
Август айы аҙағында мәскәү халыҡ-ара автомобиль салонында илебеҙҙәге ғәйәт популяр автомобиль "Лада Гранта"ны яңыртылған көйөнсә күрһәтеләсәк. Уның ал яғында "Веста" һәм "Х-рей" моделдәре кеүек "Х" дизайны ҡулланылған.