05.07.2018 “Һаҡмарҙа йәй”
Хәйбулла районында ошолай исемләнгән төбәк-ара шахмат турниры старт алды. 15 йәшлек һәм унан да йәшерәк малайҙар һәм ҡыҙҙар райондың иң йәмле төбәгендә Йәнтеш ауылы эргәһендә урынлашҡан шифаханаға йыйылды.
Бында Һамар өлкәһе, Ырымбур өлкәһенең Орск, Новотроицк, Ясный ҡалаларынан, Өфө, Шишмә, Әбйәлил, Баймаҡ райондарынан килгән йәш шахматсылар ярыша, йәмле Һаҡмар буйында рәхәтләнеп ял да итә. Төшкә тиклем сатраш таҡтала көс һынашһалар, төштән һуң мәҙәни һәм спорт сараларында ҡатнашалар, һыу инәләр, ҡояшта ҡыҙыналар. экскурсияларға йөрөйҙәр.
12 көнгә иҫәпләнгән был бәйге балаларға каникулды файҙалы, күңелле итеп үткәрергә булышлыҡ итәсәк.
тип хәбәр итте беҙгә Сәлимә Байгилдина-Ғафарова