03.07.2018 Мәргән уҡсыларҙы Иглин ерендә көтәбеҙ
6 – 8 июлдә Иглин районының үҙәгендә - Иглин ауылында (һабантуй үткән урында) уҙғарыласаҡ «Мәргән уҡсы» һыбай һәм традицион яндан уҡ атыу буйынса өсөнсө халыҡ-ара фестиваленә саҡырабыҙ. Бәйге халҡыбыҙҙың милли шөғөлдәренең береһе булған уҡ атыуҙы тергеҙеү, сәләмәт тормошто пропагандалау, уҡ атыу оҫталығын камиллаштырыу маҡсатында уҙғарыла.
«Мәргән уҡсы» фестиваленең программаһы үҙенсәлеклелеге һәм киң даирәләргә билдәле булыуы менән айырылып тора. Ҡатнашырға теләк белдереүселәрҙән йөҙҙән ашыу ғариза ҡабул ителде. Словакия, Германия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Беларусь илдәренән, Мәскәү, Омск, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән дә ҡунаҡтар көтәбеҙ.
Фестиваль барышында традицион яндан уҡ атыу буйынса турнирҙар, декоратив-ҡулланма сәнғәте, аш-һыу күргәҙмәләре һәм ижади коллективтарҙың сығышы ҡаралған. Ҡатнашыусыларҙы фестиваль яланында үҙ туристик-яраҡтары менән көтәбеҙ. Белешмәләр өсөн телефон: 289-65-50.
Г. БАЙМЫРҘИНА,
Республика халыҡ ижады үҙәгенең
әйҙәүсе белгесе.