13.06.2018 Башҡортостан журналистарын ҡотлайбыҙ!
Кесе йомала республика журналистары үҙҙәренең һөнәри байрамын – БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләйәсәк.
Ошо дата айҡанлы бөгөн Өфөлә Матбуғат йорто алдында Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскәләр һалыу тантанаһы үтте.
Был көндө Рәсәй Журналистар союзының бер быуатлыҡ юбилейына арнап иғлан ителгән «Журналистика – беҙҙең яҙмыш» республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Йыл башынан – 13 ғинуарҙан (Рәсәй матбуғаты көнөнән) алып 14 июнгә (БР матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнөнә) тиклем һөнәрҙәштәр үҙҙәренең ижад емештәрен ебәрҙе.
Беренсе урынға «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррир урынбаҫары Алик Шакиров лайыҡ булды. Икенсене “Башҡортостан юлдаш телеканалы” яңылыҡтар бүлеге хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин менән «Зианчуринские зори» гәзитенең социаль-гуманитар бүлеге мөдире Виктория Куянова (Демидова) алды. Баһалама комиссияһы өсөнсө урынды Салауат ҡалаһының «Выбор» гәзите журналисы Зәбир Исламовҡа, Благовар мәлүмәт үҙәге директоры-баш мөхәррире Лира Гафароваға һәм баш ҡала эргәһендә йәшәүсе журналистика ветераны Сәлимйән Бәҙретдиновҡа бирергә ҡарар итте.
Аҙаҡтан БР Журналистар союзы урынлашҡан яңы бүлмәне асыу тантанаһы үтте. Ҡунаҡтар һөнәри берлек идараһы эше менән танышҡандан һуң, Ш.Хоҙайбирҙиндың йорт-музейында эскурсияға барҙы.