23.05.2018 Йомғаҡ яһалды. Алда – бүләкләү!
Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар конкурсының быйылғы ярышы тамам!
21 май, дүшәмбе көн редакциябыҙҙа айырыуса ҡыҙыу үтте. Нимә булды тиерһегеҙ – уҡыусылар ижади бәйгеһенә йомғаҡ яһаныҡ. БДУ-ның журналистика кафедраһы профессоры Тимерғәле Килмөхәмәтов рәйеслегендәге баһалама комиссияһы гәзиттә баҫтырылған эштәрҙе ҡараны, үҙенең фекерен белдерҙе.
- Бына дүртенсе йыл рәттән “Йәшлек”тәр бик матур эш башҡара, - тип белдерҙе Тимерғәле Әбделнәғим улы. – Балалар бер-береһенән күреп сәмләнеп ярыша, конкурс уларҙы дәртләндерә, ҡанатландыра. Эштәрҙә етди фекерләү бар, хикәйәләр фантазия менән ысынбарлыҡ аша көндәлек проблемалар өҫтөндә уйландырырға мәжбүр итә. Уҡыусыларҙы әҙерләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына рәхмәт, балаларға аҡыл һәм яҙыу культураһы биргәндәр.
Быйылғы бәйге 2017 йылдың аҙағында башланды. Биш ай дауамында беҙ “Бәйләнештә” селтәре, электрон почта аша ҡулъяҙмаларҙы ҡабул иттек, уларҙы гәзит биттәрендә баҫтырҙыҡ, сайтҡа һалдыҡ. Конкурсҡа ебәргән эштәрҙә егет-ҡыҙҙар халҡым, телем, ерем тип янып-көйә, тәбиғәтте һаҡлау, киләсәкте күҙаллау, тарих өҫтөндә уйлана. Ҡыҙыҡлы, көтөлмәгән идея-фекерҙәр, төрлө юҫыҡлы уйланыуҙар күп осраны. Ебәрелгән ҡулъяҙмалар араһынан 17 мәҡәлә һайланып алынып, гәзит биттәрендә доннъя күрҙе.
Баһалама комиссияһы ташҡа баҫылған эштәрҙе ҡараны. Премияларҙы һигеҙ кешегә бирергә ҡарар ҡылдыҡ.
Шулай итеп, 2018 йылғы бәйгелә беренсе премияны “Халҡым” тип янып йәшәйек!” мәҡәләһе менән Лиана САФИУЛЛИНА яуланы! Ул Әбйәлил районы ҡыҙы, Т.Кусимов исемендәге Асҡар гимназияһында 10 класта уҡый. Еңеүсебеҙ мәҡәләлә башҡорт теле проблемаларын асып һала, уларҙы хәл итеүҙә юлдар эҙләй, тапҡыр идеялар менән йәштәргә мөрәжәғәт итә. Лиана шулай итеп үҙенең тәрән рухлы булыуын күрһәткәне өсөн хаҡлы рәүештә беренсе урынды яуланы.
Икенсе премия өс кешегә бирелде. Улар: Салауат мәғариф һәм һөнәри технологиялар колледжында белем алыусы Ғәзинур ИҪӘНАМАНОВ, Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназияһында уҡыусы Алһыу АБСАЛИКОВА менән Нурия МӨХӘМӘТЙӘРОВА (Белорет районы Шығай ауылы мәктәбе).
Өсөнсө премия дүрт кешегә бирергә ҡарар ҡылдыҡ. Т.Кусимов исемендәге Асҡар гимназияһында белем алған Динара ШӘМСЕТДИНОВА, Баймаҡ районы Өмөтбай ауылы мәктәбе уҡыусылары Гөлназ ҠОТЛОГИЛДИНА менән Яҙгөл ҒӘЛИМЙӘНОВА, Мөхәммәтүмәр ЯҠШЫЕВ (Мәләүез районы Нөгөш мәктәбе) билдәләнде.
“Халҡым киләсәге” номинацияһында еңеүселәрҙе айырым исемлектә әйтеп, уны “Бәйләнештә” селтәренә һәм гәзит сайтына һалырбыҙ. Улар ошо адрес буйынса редакцияға: Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 814-се кабинет, иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем килеп бүләктәрен һәм шөһрәтнамәләрен ала ала. Рәхим итегеҙ! Конкурсҡа ебәрелгән эштәрҙең гәзит битендә донъя күрмәгәндәре 2019 йыл өсөн ярыш иғлан ителгәндән һуң баҫыласаҡ.
1, 2, 3 премия алыусыларҙы, уларҙың уҡытыусыларын "Йәшлек" гәзите журналистары Һуңғы ҡыңғырау көнөндә үҙҙәре барып ҡотлаясаҡ. Бының турала фотоһүрәтләмәне гәзиттең киләһе һанында баҫырбыҙ.