26.05.2018 Яҙ бәшмәге – бүрекбаш
Яланғас урманда иң тәүге бәшмәктәр – бүрекбаш бәшмәктәре (сморчки) күҙгә салына башлай. Уларҙы күберәк уҫаҡ, йүкә, имәндән торған урманда табыуы еңелерәк. Ғәҙәттә, йыл һайын бер тирәлә үҫәләр. Бәшмәктең эшләпәһе һарғылт- йәшел төҫтә, конус рәүешендәрәк, бөрөшөп торған була. Эсе тәүҙәрәк аҡһыл һары мамыҡты хәтерләтә, аҙаҡ ҡыуышҡа әйләнә. Уны көрпә һымаҡ тәңкәләр ҡаплап ала.
Бүрекбаш бәшмәген шартлы рәүештә ашарға яраҡлылар иҫәбенә индерәләр. Уны ҡыҙҙырып йәки киптереп, ашҡа һалып та ашайҙар.
Ҡаймаҡ менән бүрекбаш бәшмәге
Бәшмәктәрҙе йыуып, 15 минут тоҙло ҡайнар һыуҙа ике тапҡыр ҡайнатып алып, һыуын түгеп, яңынан һалҡын һыуҙа сайҡарға. Телемләп турап, борос һалып, табала ҡыҙҙырырға. Әҙер булғас, бер аҙ он һалып бутарға, ҡаймаҡ өҫтәп, тағы һүрән утта тоторға. Һуңынан ҡырылған сыр өҫтәп, 15 минутҡа духовкаға ҡуйырға.