21.05.2018 Туҡһанда ла – «Йәшлек» менән
«Аҙна һайын – бүләк!» уйынының был аҙналағы еңеүселәре – Федоровка районының Юлдаш ауылынан Рәйсә ҠОТЛОЮЛОВА менән Ғафури районының Сәйетбаба ауылынан Мөнирә ҒӘЗИЗОВА. Улар сәй сервиздары менән бүләкләнә.
Рәйсә апайға быйыл ҡыҙы гәзиткә подписка бүләк иткән. Мөнирә инәй, 90 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, «Йәшлек»тән айырылмай, һәр битен ентекләп уҡып сыға икән. «Йәштәр гәзите менән күңелем дә йәшәрә, зиһенем яҡтыра. Беҙ йәш саҡта рухи зауығыбыҙҙы ҡәнәғәтләндергән бындай матур баҫмалар булманы. Уйға һалған, һоҡландырған, күңелгә өмөт өҫтәгән йөкмәткеле баҫмағыҙ өсөн рәхмәт», – тигән ағинәй.
Лото уйыны июнь аҙағына тиклем дауам итә. Унда ҡатнашығыҙ һәм бүләктәр отоғоҙ!