15.05.2018 Ураҙа айы мөбәрәк булһын!
15 майҙа, ҡояш байыу менән, изге Рамаҙан айы башлана. Мосолман ҡәрҙәштәребеҙ был айҙа, Аллаһы Тәғәләнең ризалығына ирешергә ынтылып, әжер-сауаптар өмөт итеп, ураҙа тота. Сөнки был – бер изгелеккә мең сауап яҙылған, ураҙа тотҡан өсөн хисапһыҙ әжер ала торған ваҡыт.
Мөхәммәт бәйғәмбәр: «Әгәр ҙә кешеләр Рамаҙан айында нимә бар икәнен белһәләр, был айҙың йыл буйы булыуын теләрҙәр ине», – тигән.
Мосолман ҡәрҙәштәр, Рамаҙан айының ниндәй ҡәҙерле изге ай икәнен онотмайыҡ. Был айҙы ғибәҙәттә үткәрәйек!