19.05.2018 Тауыҡ итенән ҡатыҡта әҙерләнгән шешлек
1, 5 кг тауыҡ ите, ярты литр ҡатыҡ, бер баш һарымһаҡ, 4 һуған, тоҙ, борос кәрәк.
Тауыҡты бүлгеләп, полиэтилен ҡапсыҡҡа һалырға, шунда уҡ кефир, ҡырғыстан үткәрелгән һарымһаҡ, һуған, тоҙ менән борос өҫтәргә лә, яҡшылап бутарға. Һуңынан ҡапсыҡты яҡшылап бәйләп, берәй ауыр нәмә аҫтына 2 – 3 сәғәткә ҡуйып торорға. Бәйләр алдынан ҡапсыҡтың һауаһын мөмкин тиклем сығарырға кәрәк, юҡһа, шартлаясаҡ. Аҙаҡ инде барыһы ла ҡәҙимгесә эшләнә – итте шампурға теҙәһең дә, ҡыҙҙыраһың.