03.05.2018 «Үлемһеҙ полк» саҡыра
9 майҙа Өфөлә йәшәүселәр, колоннаға теҙелеп, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡындары, туғандары йәки таныштарының портреттары менән баш ҡалабыҙҙың төп урамдары буйлап уҙасаҡ.
Октябрь проспектында урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 11-ҙә «Үлемһеҙ полк» колоннаһына теҙелеү башлана. «Дәүләт циркы» ҡала транспорты туҡталышынан Шәфиев урамы киҫелешенә тиклем мәктәп уҡыусылары, уларҙың ата-әсәләре, артабан юғары һәм урта махсус уҡыу йорто студенттары, һуңынан ҡалған өфөләр теҙеләсәк. Көндөҙгө сәғәт 12-лә Бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителә, ә 1-се 15 минутта акцияла ҡатнашыусылар Ленин исемендәге майҙан яғына атлай башлай. Иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 2-гә тиклем Октябрь проспектында СССР-ҙың 50 йыллығы урамынан алып Шота Руставели урамына тиклем транспорт хәрәкәте ябыла.
Әйткәндәй, «Үлемһеҙ полк» акцияһында ҡатнашыу өсөн Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарының ҙурайтылған фотоһүрәттәрен Күп функциялы үҙәктәрҙә бушлай эшләтеп алырға була.
З. ХӘСӘНОВА.