05.05.2018 Тәмле бәлеш
Ҡамыр өсөн 100 г маргарин, 200 г он, 100 г шәкәр, 1 ҡалаҡ ҡамыр ҡабартҡыс, 1 йомортҡа, 4 ҡалаҡ ҡаймаҡ, 140 г эремсек кәрәк.
Барыһын да бергә һалып бутап, ҡамыр баҫырға. Уны йәйгәс, 3 алма, виноград, 2 ҡалаҡ шәкәр, 1 ҡалаҡ аҡ май ҡушып әҙерләнгән эслек һалына. Бәлеш өҫтөнә шыйыҡ ҡамыр кеүек эшләнгән ҡаймаҡлы шыйыҡса ҡойола. Ул түбәндәгесә әҙерләнә. 160 мл ҡаймаҡ, 1 ҡалаҡ шәкәр, 2 йомортҡа, 1 пакет ванилинлы шәкәр, 2 ҡалаҡ крахмал (он менән дә алмаштырырға була).