29.04.2018 Печеньенан пирожный
400 грамм ҡоро печенье, 150 грамм иретелгән аҡ май, бер банка ҡуйыртылған һөт, 2 – 3 ҡалаҡ какао кәрәк.
Печеньены ит үткәргестән сығарырға. Уға иретелгән аҡ май, какао, ҡуйыртылған һөт ҡушып, барыһын бергә бутарға һәм колбаса формаһында эшләп, полиэтилен тоҡсайға һалып, һыуытҡысҡа ҡуйырға. Иртәнгә тәмле, татлы «колбаса» әҙер ҙә була.