RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Телһеҙ халыҡ – тамырһыҙ ағас

20.04.2018 Телһеҙ халыҡ – тамырһыҙ ағас

Телһеҙ халыҡ – тамырһыҙ ағас
Әсәм теле. Сәсән теле. Туған тел. Кешелек донъяһы барлыҡҡа килеү менән Хоҙай Тәғәлә кешегә иң элек тел бүләк иткән. Беҙҙең телебеҙ әсә һөтө менән ингән. Ҡайҙа ғына булһаҡ та, ҡайҙа ғына йәшәһәк тә уны һаҡларға, киләсәк быуынға еткерергә тейешбеҙ. Был беҙҙең изге бурыс.
Кеше тәүҙә үҙ теленең матурлығын, изгелеген, ҡиммәтен тойорға тейеш. Шул саҡта ғына уның ниндәй тәрән, хисле, яғымлы икәнлегенә ышана һәм киләсәккә тапшырырға әҙерләнә.
Мин үҙемдең телемә һоҡланам. Ҡурай моңдары менән һәр кемдең күңелен тибрәткән, ҡылғанлы яландарҙай икһеҙ-сикһеҙ булып, һәр кемдең йөрәгенә үтеп ингән, шишмә һыуындай һыуһынды ҡандырған, Урал тауҙарындай ғорур ул минең телем.
Халыҡта «Биҙҙергән дә тел, һөйҙөргән дә тел“ тигән тәрән мәғәнәле мәҡәл бар. Ысынлап та, быуындарҙан күскән телебеҙҙе һаҡлау һәм уны киләсәккә тапшырыу өсөн итәғәтле, матур итеп һөйләшергә тейешбеҙ. Бер-берең менән яҡшы мөғәмәләлә булыу ғына туған телемдең абруйын күтәрә.
Кемдәр генә һоҡланмаған икән башҡорт теленә?! Кемдәр генә үҙ итмәгән? Кемдәрҙе генә юғары күтәрмәгән ул? Быларҙы һанап бөтөрөрлөк түгел. Улар араһында ғалимдар, осоусылар, табиптар, уҡытыусылар, артистар бар. Тимәк, туған телем ысын мәғәнәһендә яҡшы тәрбиә биргән.
Ни өсөн телде өйрәнеү тирәләй шулай шау-шыу ҡупты һуң? Ни өсөн беҙ, башҡорт балалары, ғариза яҙып, үҙебеҙҙең телебеҙҙе өйрәнергә тейешбеҙ? Уның аша белем алыу бер кемгә лә ҡамасауламай. Әгәр ҙә бәләкәй­ҙән бөтә фәндәрҙе русса уҡыһаҡ, шул телдә фекерләргә күсәсәкбеҙ бит. Ауыл балаларында милли рух, илһөйәрлек кеүек ҡиммәттәр юғаласаҡ. Ниңә беҙҙә ҡайһы бер ата-әсәләр балаларын үҙ туған телендә уҡытыуҙан баш тарта? Йәнәһе, туған телдә уҡыһалар, Берҙәм дәүләт имтихандарын бирә алмайҙар. Беҙ, “Рәсәй Федерация­һының мәғариф тураһында”ғы Федераль законындағы 1-се статьяһына ярашлы, үҙ туған телебеҙҙә уҡый алабыҙ бит.
Һәр нәмәгә ғаиләлә нигеҙ һалына, тигәндәй, үҙ телеңдә һөйләшеү ҙә шунан башлана. Бала тәрбиәләгәндә шул иҫәпкә алынһын ине. Ғәзиз кешеһен әсә теленән яҙҙырған кешеләр­ҙе мин үҫеп ултырған ботаҡҡа балта сапҡан бәндәләргә тиңләйем.
Республикабыҙҙа ҡайһы бер зыялы кешеләр “тел, тел” тип радио, телевидение аша бик матур сығыш яһай, ә үҙҙәренең балалары үҙ туған телен белмәй. Быны нисек аңларға һуң? Ысынлап та, тәрбиә башы – ғаиләлә.
Туған телебеҙ – беҙҙең данлы, шанлы тарихыбыҙ. Ул – бөгөнгөбөҙ, яҡты киләсәгебеҙ. Үҙ теленә вайымһыҙ ҡараған шәхестәр хаҡында рус яҙыусыһы К. Паустовский: «Кешенең үҙ теленә булған мөхәббәтенә ҡарап, уның мәҙәни кимәле генә түгел, гражданлыҡ ҡиммәте тураһында ла дөрөҫ фекер йөрөтөп була. Тыуған иленә булған мөхәббәтең үҙ телеңде һөйөүҙән башҡа булыуы мөмкин түгел.Туған теленә битараф булған әҙәм – ҡырағай. Был ҡоротҡослоҡҡа һәләтле, телгә булған ғәмһеҙлеге үҙ халҡының үткәненә, хәҙергеһенә, киләсәгенә булған вайымһыҙлыҡ менән аңлатыла», – тип бик хаҡ һүҙҙәр әйткән.
Халҡыма мөрәжәғәт итәм: үҙ телебеҙҙе онотмайыҡ, уны байытайыҡ, күтәрәйек. Телһеҙ халыҡ – тамырһыҙ ағас.

Нурия МӨХӘМӘТЙӘРОВА,
Белорет районы Шығай ауылы мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне