RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Балалар Аҡмулла нәсихәттәрендә тәрбиәләнһен!

12.04.2018 Балалар Аҡмулла нәсихәттәрендә тәрбиәләнһен!

Балалар Аҡмулла нәсихәттәрендә тәрбиәләнһен!
Үҙ-үҙемде белә башлағандан алып ҡартәсәйемдең йор ҙа, шаян да, йөкмәткеле һәм хикмәтле лә һамаҡтарын, һүҙҙәрен иҫләйем. “Ерәнсә сәсән” әкиәтен, “Урал батыр” эпосын, Аҡмулла, Ш. Бабичтың исемдәрен тап унан ишетеп белдем. “Аҡмулла, Аҡмулла, беҙ башҡортҡа хаҡ мулла”, – тип ҡартәсәйемдең һүҙҙәрен ҡабатлап йөрөгәнем әле лә хәтерҙә.
Һәр милләттең йөҙөк ҡашына тиң әһелдәре була. Башҡорттар араһында ла улар күп. Иң сағыуҙарының береһе – Аҡмулла. Иманым камил, ер йөҙөндәге бар башҡорт та Аҡмул­ланың “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” – тип оран һалған шиғырын беләлер. Ә белмәгәненең “башҡорт” тип һаналырға хаҡы ла юҡтыр!
Аҡмулла (ысын исеме Кама­летдинов Мифтахетдин Камалетдин улы) хәҙерге Башҡортостандың Миәкә районында мулла ғаиләһендә тыуған. Башланғыс белемде үҙ ауылында ала, аҙаҡ бер нисә мәҙрәсәлә белем алғандан һуң, башҡорт һәм ҡаҙаҡтар араһында мөғәллимлек итә. Сәсәндәр һәм аҡындар әйтешендә ҡатнаша. Халыҡ араһында мәғрифәтсе була, аҡыллылыҡҡа, ғәҙеллеккә, белемгә, кешелеклеккә дан йырлай. Сатира оҫтаһы булараҡ, әҙәпһеҙлектән әсе көлә, юғарыла ултырыусыларҙың ғәҙелһеҙлеген, закон менән эш итмәүҙәрен фашлай.
Аҡмулла бөтә төрки донъяһында халыҡ шағиры булып танылған. Уның «Нәсихәттәр» шиғыры айырым строфалар рәүешендә (бигерәк тә тәүге өлөшө) халыҡ араһында бик ныҡ таралған. Тәүге тапҡыр «Даһа бер ҡач нәсихәтләре мәтзаман әбъяты» («Та­ғы бер ни тиклем нәсихәттәрҙе эсенә алған бәйеттәр») исеме менән «Аҡ­мелла әфәнденең иншад итдеке манзуматы...» китабында баҫыла һәм ар­табанғы бөтә баҫмаға ла индерелә.
Ә нимә һуң ул нәсихәт? “Нәсихәт һүҙенең мәғәнәһе ул – өйрәтеү, аңлатыу, өгөтләү”, – тип аңлатыла баш­ҡорт теленең аңлатмалы һүҙлегендә.
Тимәк, хаҡ муллабыҙ беҙгә, киләсәк быуынға, өгөт бирә, нисек йәшәргә икәнлеген аңлата, өйрәтә.
Нәсихәттәрҙең тәүге юлдарында уҡ, иң тәүге сифат – иман, ти Аҡмулла. Иманлы булыу, минеңсә, үҙеңде уратып алған донъяға һәм кешеләргә ҡарата изгелекле мөнәсәбәт, йәмәғәтселектә ҡаҙанған лайыҡлы абруйың, тыуған илеңде, халҡыңды һөйә белеү, һәр ваҡыт улар мәнфәғәтен яҡлауға әҙер булыу.
Икенсе ҡиммәт нимә ул – күңел, күңеле боҙоҡ кешенән төңөл, тип кәңәш итә мәғрифәтсе. Өсөнсө ҡиммәт нимә – аҡыл, аҡылһыҙҙа тәүфиҡ яғы таҡыр. Дүртенсе ҡиммәт нәмә – шөкөр. Тимәк, был донъяла булған нәмәгә рәхмәт әйтеп, булмағанына илап ултырырға ярамай. Бишенсе ҡиммәт нәмә – әҙәп, тигән, Әҙәп тигән – мөхәббәткә сәбәп, тигән. Әҙәп, минеңсә, ул – тәрбиә. Кешенең башҡа кешеләр араһында йәмғиәттә үҙ-үҙен тотошо. Быға шулай уҡ дөрөҫ кейенеү, дөрөҫ ашау ҡағиҙәләре, дөрөҫ һөйләшеү ҙә инә. Алтынсы ҡиммәт нәмә – сабыр, тигән, сабыр кеше моратын табыр, тигән. “Сабыр иткән – моратына еткән” – ти йор телле халҡым мәҡәле. Етенсе ҡиммәт нәмә – ихлас, тигән, ихласһыҙҙың эше ҡабул булмаҫ, тигән. Һәр нәмәне лә ихлас күңелдән башҡарырға, таҙа намыҫ менән эш итергә кәрәклеккә саҡыра Аҡмуллабыҙ, тип аңлайым был юлдарҙы.
“Яман холҡо менән халыҡ һис тә уңмай”, – тип, яман уйҙарҙан, яман эштәрҙән арынырға саҡыра күренекле мөғәллимәбеҙ. “Иң әүәл паклау кәрәк эстең керен”, – тип тик яҡшылыҡҡа саҡырыуын дауам итә һүҙ оҫтаһы.
Артабан “Нәсихәттәр”ендә сәсән-шағир белемленең, артыҡ белемлемен, тип танауын күккә сөймәүен, байҙарҙың, артыҡ баймын, тип маҡтанмауын теләй. “Был ерҙә беҙ тик ҡунаҡ ҡына” тигән фекерҙе өҫтөн ҡуйып, муллаларға ла үҙ кәңәштәрен бирә Аҡмулла.
Аҡмулланың “Нәсихәттәр”е киләсәк быуында ватансылыҡ, әхлаҡи тойғолар, этик аңды, хеҙмәт һөйөүсәнлек, тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүҙә лә ҙур өлгө булып тора.
Әҙәбиәтебеҙҙең күгендә яҡты йондоҙ булып балҡыған Аҡмулланың ижады бөгөн дә бик актуаль. Ул сәскән мәғрифәт, өмөт, яҡтылыҡ орлоҡтары беҙҙең заманда ла күкрәп сәскә ата. Беҙ Макаренко, Ушинский, Сухомлинский кеүек педагогтарҙың хеҙмәттәре менән һоҡланабыҙ, улар­ҙы өлгө итеп ҡуябыҙ, әммә Аҡмулланы ла улар рәтенә индерергә онотмаһаҡ ине! Беҙ, балалар, уның нәсихәттәре аша тәрбиәләнһәк, күпкә отошло буласаҡ. Халҡыбыҙҙың атаҡлы мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың исеме беҙ, йәғни башҡорттар, тере булғанда бер ҡасан да онотолмаҫ!

Арыҫлан НАФИҠОВ,
Өфө ҡалаһы 2-се башҡорт лицейының 9-сы класс уҡыусыһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне