RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Атайлы булһын балалар!

04.04.2018 Атайлы булһын балалар!

Атайлы булһын балалар!
“Аталы бала – арҡалы”, “Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән”, “Атанан күреп ул үҫер, әсәне күреп – ҡыҙ үҫер” кеүек тапҡыр мәҡәлдәр бар халҡыбыҙҙа. Эйе, ғаиләлә атай кешенең роле баһалап бөткөһөҙ. Ул – ғаилә именлеген һаҡлаусы ла, балаларына өлгө булырлыҡ кеше лә. Ошо абруйҙы булдырыу – әсәй кешенең дә бурысы.

Бер мәл шундай фәһемле ваҡиғаны ишетергә тура килде. Элегерәк, совхоз эштәре бөтмәгән осор. Ғаилә башлығы эштән ҡайтмаған. Ҡараңғы төшкән. Ике бәләкәй малай бер туҡтауһыҙ, аталарын таптырып, әсәләренә мыжый икән. “Атайығыҙ һаман ҡайтмай, урманда бүре ашанымы икән?” – тигән әсәй кеше шаяртыу ҡатыш. “Ю-ю-ю-юҡ, атайҙы бүре ашамаһын, атыу беҙҙе малайҙар туҡмай”, – тип илаша башлаған уландар. Аптырауға ҡалған әсә сәбәбен һорашҡас, улар кемуҙар­ҙан: “Атайҙары булмаған малайҙар­ҙы малайҙар туҡмай. Шуға, ана, күрше малайҙар беҙгә генә эйәреп йөрөй”, – тигән…
Бөгөн тулы булмаған ғаиләләр­ҙең күбәйеүе – бик насар күренеш. Бары әсә тәрбиәһе генә күреп үҫкәндәр әҙме бөгөн? Бик күп. Бигерәк тә атайһыҙ үҫкән малай­ҙарҙы күреү ҡыйын. Улар тиҫтер­ҙәре менән һүҙгә килешһә лә, көрмәкләшеп китһә лә, “атайыма әйтәм” тип өндәшә алмай. “Атайыма әйтәм” бер тылсымлы һүҙ кеүек бит ул. Ҡайтып ошаҡлашып йөрөмәһәң дә бала саҡта үҙеңде ошо һүҙ ярҙамында яҡлаулы тояһың.
Мин ғаиләмә ҡарап ҡыуанып бөтә алмайым, уның менән ғорурланып йәшәйем. Атайым менән әсәйем беҙҙе, ике ҡыҙын, матур тәрбиә биреп үҫтерҙе. Раушания апайым, мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, Башҡорт дәүләт медицина университетында тик яҡшыға уҡый. Әсәйем Сөмбөл Мөбәрәк ҡыҙы беҙҙе төрлө һөнәрҙәргә өйрәтеүсе лә. Ә атайым Айҙар Рәис улы сирек быуат балаларға тарих фәненән белем бирә. Ул – бик күп тарихи реконструкцияла ҡатнашып, “Төньяҡ амурҙары”ның Бородинонан Парижғаса данлы яу юлын ҡабатлаған шәхес. Мин, атайымды ғилми етәксе итеп, ғилми эштәр менән республика һәм Рәсәй конкурстарында ҡатнашам. Еңеүҙәребеҙ бар, призлы урындар яулайбыҙ. Буш ваҡытта ғаиләбеҙ менән тарихи тергеҙеү эштәре менән булышабыҙ, йәйәнән уҡ атыу менән мауығабыҙ. Беҙ ғаиләбеҙ менән йыйылышһаҡ, һәр ваҡыт күңелле тауыштарҙан өйөбөҙ гөрләп тора. Атайым ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе һөйләп, һәр беребеҙ менән шаярып, күңелдәрҙе күтәрә.
Минеңсә, малайҙар бала саҡтан үҙҙәрен яҡшы ғаилә башлығы булыуға әҙерләргә тейеш. Атай кешегә көслө рухлы, тормошҡа оптимист ҡарашлы һәм ғаиләһенең ҡалҡаны булыу мотлаҡ.
2018 йыл республикабыҙҙа Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Ошо уңайҙан яңы матур ғаиләләр ҡорол­һон, балалар ата-әсәле булып, тулы ғаиләлә үҫһен, тип теләге килә. Рауил Бикбаев һүҙҙәре менән әйткәндә, “Йорттар бишекле, балалар атайлы, атайҙар йортло булһын!”

Гөлсөм МӘЖИТОВА,
11-се класс уҡыусыһы.
Баймаҡ районы,
Өмөтбай ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне