04.04.2018 Бүләктәр арта бара
Йыл башында “Йәшлек” гәзите Башҡортостан республикаһының Яҙыусылар союзы һәм Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте менән берлектә иғлан иткән Мостай Кәрим исемендәге хикәйәләр конкурсы үҙ эшен дауам итә. Өс айҙа редакцияға ике тиҫтәгә яҡын хикәйә килде, уларҙың «иң-иң»дәре һәм бәйге шарттарына тап килгәндәре гәзит биттәрендә донъя күрҙе.
Иғлан ителеүенсә, конкурста төп бүләк (50 мең һум) һәм дүрт дәртләндереү номинацияһы билдәләнә. Шулай уҡ юғары баһа алған 10 – 15 хикәйә “Китап” нәшриәтендә айырым йыйынтыҡ булып донъя күрәсәк. Был матур һәм әһәмиәтле ваҡиғанан Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте лә (етәксеһе – Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина) ситтә ҡалырға теләмәне. Улар ҡатын-ҡыҙ авторҙары өсөн үҙ призын булдырҙы. Шулай итеп, беҙҙең хәҙер дүрт дәртләндереү призы һәм еңеүсеһе буласаҡ.
Конкурс шарттары буйынса әҫәрҙең күләме 10 биттән артмаған (А4 форматында, 14-се шрифт) булырға тейеш, компьютерҙа йыйылыуы мотлаҡ (ҡулъяҙмалар ҡаралмай). Башҡа конкурстарҙа ҡатнашҡан һәм төрлө баҫмала донъя күргән хикәйәләр ҡабул ителмәй. Эштәр гәзиттә псевдоним менән баҫыла һәм гонорар түләнмәй. Бәйгелә ҡатнашыу өсөн “Йәшлек” гәзитенә яҙылыу мотлаҡ.
Бәйгелә үҙ көсөгөҙҙө һынап ҡарағыҙ!