15.04.2018 Зефир
3 йомортҡаның ағы, 200 г шәкәр, 10 г шәкәр онтағы, 1 ҡалаҡ крахмал менән алма һеркәһе алына.
Йомортҡа ағына аҙлап ҡына шәкәр һалып, ҡуйырғансы күпертергә. Һуңынан һеркә, крахмал өҫтәргә. Зефир матур формала булһын өсөн әҙер массаны кондитер тоҡсайына һалып, һығып сығарырға кәрәк. Артыҡ ҡыҙыу булмаған мейестә 10 – 15 минутта бешеп тә сыға.