07.04.2018 Йомортҡаһыҙ печенье
250 г аҡ май, ярты стакан шәкәр онтағы, 1/3 стакан еҫһеҙ көнбағыш майы, 4 ҡалаҡ крахмал, 3,5 стакан он, 1 ҡап ванилин кәрәк.
Ҡамырҙы 20 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуйып торорға. Йәйеп, үҙегеҙ теләгән формала ҡырҡып, 180 градус ҡыҙыулығындағы мейестә 15 минут бешереп алырға. Мейестән алғас та, печеньеға шәкәр онтағы һибергә. Ауыҙҙа ыуалып ҡына торған тәмлекәстәр килеп сығасаҡ.