28.03.2018 РӘСӘЙЕМДӘ ФАЖИҒӘ
Күпме өмөт, уй-хыялдар
Киләсәккә төҙөлгән.
Бар хыялдар, серек ептәй
Ҡапыл ғына өҙөлгән.
Күпме бала ҡалған йәтим,
Күпме әсә-балаһыҙ.
Күпме һөйгән ҡосмаҫ йәрен,
Нисек ситтә ҡалаһың!?
Ҡайғы баҫҡан Тыуған Илде,
Рәсәйемдә, фажиғә.
Ҡайғыларҙы уртаҡ бүлеү
Беҙҙең илдә ҡағиҙә!
Күргәндәргә сабырлыҡтар-
Түҙемлектәр теләйек.
Күрмәгәнгә-күрһәтмәһен,
Тәүбәгә беҙ киләйек!
тип яҙа Хәлиҙә апай Ишдәүләтова