31.03.2018
Кириешки менән салат
Тиҙ һәм еңел әҙерләнә торған туҡлыҡлы салат. Беренсе ҡатҡа – һаламлап турап, 200 грамм ыҫланған тауыҡ ите, икенсеһенә – 200 грамм помидор, өсөнсөһөнә – ҡытай кәбеҫтәһе, ҡырғыстан үткәрелгән ҡаты сыр, иң өҫкө ҡатҡа сырлы кириешки һалырға. Һәр ҡатҡа майонез яғыла.