14.03.2018 Диктор Әхәт ағай Муртазиндың үлем хәбәрен алғас...
Хәлиҙә Ишдәүләтова апай хәбәр итә:
Әхәт Мортазиндың мәрхүм булып ҡалыуын ишеткәс, шаңҡып ҡалдым. Шундай матур тауышлы, һөйкөмлө кеше ине. Ышанып та булмаҫтай. Ҡатынына, яҡындарына, туғандарына сабырлыҡ, түҙемлек, татыулыҡ, берҙәмлек теләйем...
Таң атыуға һүнгән йондоҙҙарҙай,
Һүнә беҙҙең аҫыл йондоҙҙар.
Аямай шул Хоҙай, берәүҙе лә,
Мәңгелеккә китә ул-ҡыҙҙар.
Һандуғастай һайрап йырлаусылар,
Күпме китте беҙҙең аранан?
Ҡан-йәштәре һарҡа йөрәктәрҙән,
Юғалтыуҙар һалған яранан.
Йәп-йәш көйө киткән бейеүселәр
Юҡтар түгел йәнә, арала.
"Үлем"-тигән ауыр, ҡара һүҙҙәр
Ил өҫтөндә бик тиҙ тарала.
Бөгөн алдыҡ тағын ауыр хәбәр,
БАШҠОРТ ЛЕВИТАНы киткән тип.
Илем, телем-тип янған йөрәге
Кисә һуңғы тапҡыр типкән тип...
Сағыу янып, ҡапыл һүнде тағын
Тыуған Илдең данлы йондоҙо.
Мәңге йылытырҙар йөрәктәрҙе,
Ул ҡалдырған тауыш, ут-ҡуҙы!
Фотолар 2016 йылда төшөрөлгән. Унда Әхәт Мотаһар улы башҡорт теленән региональ диктантты яҙҙырҙы.