15.03.2018 Эльмира ЮЛДАШЕВА аш-һыу серҙәре менән бүлешә
Иғтибар! Яңы рубрика: “Йондоҙло табын”
Билдәле шәхестәр, беҙ яратҡан “йондоҙҙар”, талантлы кешеләр нимә бешерергә ярата? Яҡын кешеләрен ниндәй ризыҡтар менән һыйлай? Бөгөн Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы, “Ай ҡыҙы” сериалының төп героиняһы образын башҡарған Эльмира ЮЛДАШЕВА үҙенең аш-һыу серҙәре менән бүлешә.
Чизкейк
Был ризыҡты әҙерләү өсөн 300 грамм ыуалып торған ҡамырҙан (песочное) бешерелгән печенье, 100 грамм аҡ май, 600 грамм эремсекле сыр, 3 йомортҡа, 150 грамм шәкәр, бер стакан һөт өҫтө (33%), биҙәр өсөн төрлө емеш-еләк кәрәк.
Майҙы иретергә, уға блендерҙа ваҡланған печеньены ҡушып бутарға. Массаны формаға һалып, стакан менән тигеҙләп сығырға, ситендә күтәрмә (бортиктар) эшләргә. 200 градусҡа тиклем йылытылған духовкала 5 – 7 минут бешереп алырға.
Сырҙы миксер менән туҡырға, туҡтатмайынса яйлап ҡына шәкәр, берәмләп йомортҡа ҡушырға, иң аҙаҡ һөт өҫтөн һалып бутарға кәрәк. Ошо массаны ҡамыр өҫтөнә һалып, 200 градус эҫелектәге духовкала – 10 минут, аҙаҡ температураны 100 градусҡа тиклем төшөрөп, 1 сәғәт бешерергә.
һыуынғас, өҫтөн емеш-еләк менән биҙәргә мөмкин. Алты сәғәт тирәһе һыуытҡыста тотһаң, тағы ла тәмлерәк булыр.
Тоҙланған скумбрия балығы
Ике скумбрия балығын тоҙлау өсөн бер литр һыу, 1 балғалаҡ ҡоро гәрсис, 3 ҡалаҡ шәкәр, 5 ҡалаҡ тоҙ, 4 лавр япрағы, 10 бөртөк ҡара борос кәрәк.
һыуҙы ҡайнатып, барлыҡ тәмләткесте һалып, тағы өс минут тирәһе ҡайнатырға. Кәстрүлдең ҡапҡасын ябып, тоҙлоҡ һыуынғансы ултыртып торорға. Шул арала балыҡты ла әҙерләп өлгөрәбеҙ: эсен таҙартабыҙ, ҡанаттарын ҡырҡабыҙ. Башын һәм ҡойроғон ҡырҡып алыу мотлаҡ түгел, уны һәр кем үҙенсә эшләй. Балыҡты бөтөн килеш тә, ҙур ғына киҫәктәргә бүлеп тә тоҙларға була. Уларҙы 2 – 3 литрлы банкаға һалып, өҫтөнә тоҙлоҡто ҡойорға һәм 24 сәғәткә һалҡын урынға ҡуйырға. Әҙер балыҡҡа көнбағыш майы ҡойоп, һыуытҡыста һаҡларға ла була.
Гөлнур ҠЫУАТОВА яҙып алды.