19.02.2018 Алма печеньеһы
200 г маргарин + 50 г эслек өсөн, 500 г он, 100 мл һөт, 2 йомортҡа, 120 г шәкәр, 4 алма, 1 лимон, ванилин, ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель), шәкәр оно кәрәк.
Маргаринды өй температураһында иретергә. Уға он, шәкәр, йомортҡа, һөт, ванилин, ҡамыр ҡабартҡыс һалып ҡамыр баҫырға. 30 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуйып торорға.
Алманы ҡырғыста ҡырып, табаға һалырға, шәкәр, маргарин йәки май өҫтәргә, ярты лимондың һутын һығырға, болғатырға һәм барлыҡҡа килгән һыу парға әйләнгәнсе әкрен утта ҡайнатырға.
Ҡамырҙы икегә бүлергә һәм ҡалынлығы 0,5 см булған йәймә әҙерләргә.
Йәймәне 8 өсмөйөшкә бүлергә. Һәр береһенә 1 ҡалаҡ эслек һалып сығырға кәрәк.
Печенье 25 минутта бешә.
Әҙер булғас, өҫтөнә шәкәр оно һибергә мөмкин.