RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ер яҙмышы – беҙҙең ҡулда

05.02.2018 Ер яҙмышы – беҙҙең ҡулда

Ер яҙмышы – беҙҙең ҡулда
йәки Үҙебеҙҙең тәбиғәт балаһы икәнебеҙҙе онотмайыҡ

Ер-әсәбеҙ биргән икмәк менән
Аҡ һөттән дә изге нимә бар?
Р. Бикбаев.

Бына, ниһайәт, яратҡан миҙгелем – көҙ етте.
Бар тирә-яҡ алтынға мансылған саҡ. Япраҡтар һары, ҡыҙғылт, көрән төҫкә буял­ған. Ошо төрлө төҫтәге ҡойолған япраҡтар әкиәттәге балаҫты хәтерләткәндәй...
Был миҙгелдең илаһи матурлығын күрергә йыл да тәбиғәт ҡосағына ашҡынам... Тирә-яҡ тып-тын. Ошо тыныслыҡты яратам мин! Төрлө уйға сумып, саф һауа һулап, рәхәтләнеп урман гиҙәм... Ҡапыл, тынлыҡты боҙоп, бөтә урманды яңғыратып көлгән тауыштар ишетелде. Мин шул яҡҡа ыңғайланым. Унда үҫмер егет һәм ҡыҙҙар күңел аса ине. Ҡулдарында – һыра шешәләре, ауыҙҙарында – тәмәке, усаҡ яҡҡандар... Янғын сығарып ебәрмәһәләр ярар ине, тигән уй башымдан сыҡманы. Үҙемдә батырсылыҡ табып, яндарына барып иҫкәртергә булдым. Йәштәр беҙҙең ауылдыҡы түгел ине. Мине күргәс, улар ниңәлер йәһәт-йәһәт кенә ҡайтырға йыйына башланы.
– Егеттәр, зинһар, усағығыҙҙы һүндереп, сүп-сарығыҙҙы йыйыштырып китегеҙ инде, – тинем тыныс ҡына.
– Эйе, башҡа эшебеҙ юҡ, ти. Беҙгә әле топать и топать! Әйҙәгеҙ, етеҙерәк! – тип екерҙе берәүһе.
Бер-ике секунд эсендә, айыуҙан ҡасҡандай, былар тиҙ генә шылды. Ошо минуттарҙа йөрәгемдең нисек әрнеп-янғанын белһәгеҙ! Тирә-яҡта – шешәләр, тәмәке ҡалдыҡтары, пластик һауыттар! Усаҡ та гөрләп яна!
– Һеҙ оятһыҙҙар, битһеҙҙәр! Матурлыҡты юҡ итеүселәр! – тип ҡысҡырыуым да әлеге йәштәргә бер нисек тә тәьҫир итмәне.
Усаҡты һүндереп, сүп-сарҙы бер урынға өйҙөм дә, ары атланым.
Ошо күңелһеҙ күренеш мине төрлө уйға сумдырҙы... Ниңә кеше тәбиғәткә ҡарата битараф икән? Ниңә үҙенең һаулығына күрәләтә зыян килтерә? Тәбиғәт, урман кешенең төп йәшәү сығанағы түгелме һуң?
Минеңсә, урман – тәбиғәттең иң матур урындарының береһе. Унда кейектәрҙең, ҡоштарҙың ниндәйе генә юҡ, шишмәләр аға, емеш-еләк үҫә. Ул беҙҙе туйындыра, йәшәргә көс бирә. Сөнки йәшеллек, ағаслыҡ һауаны таҙарта һәм сафландыра. Айырыуса ылыҫлы ағастар. Аҙаҡҡы йылдарҙа ҡарағай урмандары ныҡ кәмене. Был күренеш ҙур һәләкәткә килтереүе ихтимал. Ағас сәскә түгел, бер йылда ғына үҫә алмай. Бер үҫенте өлгөрһөн өсөн, кәм тигәндә, 30 – 40 йыллап ваҡыт кәрәк.
Беҙ «Башҡортостан» милли паркы биләмәһендә йәшәйбеҙ. Республикабыҙҙың иң матур урындарының береһе, дәүләт тарафынан һаҡланған биләмә. Милли парк үҙ эсенә Мәләүез (54269 га), Күгәрсен (9246 га), Бөрйән (16285 га ) райондарын ала. Иң ҙур өлөшө беҙҙең районға тура килә.
Яныбыҙҙа ғына Нөгөш һыу һаҡлағысы булғас, туристар ҙа бихисап. Тик, ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, бөтәһе лә тәбиғәттең матурлығына һоҡланырға ғына килмәй шул... Сүп-сар ташлайҙар, рөхсәтһеҙ усаҡ яғалар, тауышланалар... Моторлы кәмәләр һәм әллә нисә төрлө һыу техникаһы йәй буйы тынмай. Меҫкен балыҡтар ни эшләйҙер инде?
Башҡортостан яҙыусылары ара­һында ла тәбиғәтте һаҡлау, ҡурсалау темаһын күтәргән әҙиптәребеҙ бик күп. Шуларҙың береһе – Ноғман Мусин. «Йыртҡыс тиреһе», «Һуңғы солоҡ», «Зәңгәртауҙа аҡ болан» исемле әҫәр­ҙәрен бер тында уҡып сыҡтым. Ноғман Сөләймән улын бушҡа ғына «тә­биғәт йырсыһы» тип әйтмәйҙәрҙер инде. Һәр әҫәрендә тиерлек урманды һаҡлау, ҡурсалау, зыян килтереүселәргә ҡаршы көрәшеү проблемаларын күтәрә. Яҙ көнө беҙҙең мәктәп уҡытыу­сылары, уҡыусылары, ата-әсәләр «Башҡортостан» милли паркы менән берлектә Ноғман Мусин менән осрашыу үткәрҙе.
Беҙ, уҡыусылар, «Һуңғы солоҡ» әҫәренән өҙөк сәхнәләштерҙек, яҙыусыға тормошо, ижады буйынса төрлө һорау бирҙек.
Ноғман ағай менән осрашыу бик фәһемле булды: ул беҙҙе урман-тәбиғәтте һаҡларға, яҡларға өндәне. Эйе, беҙ үҙ еребеҙҙә хужа булырға тейешбеҙ! Тәбиғәтте һаҡлау – үҙебеҙҙе яҡлау!
Былтырғы экология һәм айырыуса һаҡланылыусы тәбиғәт биләмәләре йылында республикала ошо йүнәлештә күп эш эшләнде. Төбәгебеҙ экологик әүҙемлек йәһәтенән ил күләмендә беренсе урынды биләй. Йыл әйләнәһенә ете меңдән ашыу өмә-акция үткәрелгән, уларҙа ике миллиондан ашыу кеше ҡатнашҡан. Был республиканың һәр икенсе кешеһе тигән һүҙ. 660 мең самаһы ағас һәм ҡыуаҡ ултыртылған, 47 мең тонна сүп-сар йыйылған. Беҙ ҙә, 10-сы класс уҡыу­сылары, милли парк хеҙмәткәрҙәре менән берлектә волонтёрҙар хәрәкәтенә ҡушылдыҡ. Йылға-күл буйҙарын таҙартыу, ағас ултыртыу – волонтёрҙарҙың төп эше.
Башҡорт – тәбиғәт балаһы. Уның күңеле һәр саҡ тәбиғәткә ынтыла. Әммә милләттәштәремә урманға барып, спиртлы эсемлектәр эсеү түгел, ә ҡоштар тауышын тыңлар­ға, шишмә сылтырауына һоҡланыр­ға, ҡояш ҡалҡҡанын, шәфәҡте күҙәтергә, тауҙарға артылырға кәрәк...
Беҙҙең, йәштәрҙең, башҡараһы эштәребеҙ бик күп. Йәшәгән төйәгебеҙ матурлығын юғалтмаһын, эсәр һыуыбыҙ таҙа булһын тип, йәшәргә, эшләргә тейешбеҙ. Илебеҙҙә башҡорт рухлы, тәбиғәтте һаҡлаусы замандаштар, «Сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул» тигән мәҡәлде иҫтән сығармаған милләттәштәр булғанда, сабыйҙың теле үҙ туған телендә асылып, артабан үҙенең тыуған ерендә ныҡлы аяҡҡа баҫып ғүмер итһә, киләсәктә ерҙәребеҙҙе һаҡлаусы, яҡлаусылар булыр, тип ышанам!
Ер-әсәне һаҡлайыҡ, яҡлайыҡ! Тәбиғә­тебеҙҙе киләсәк быуынға саф, таҙа, матур көйө тапшырайыҡ! Бөтәһе лә беҙҙең ҡулда, дуҫтар!

Мөхәммәтумар Яҡшыев,
10-сы класс уҡыусыһы.
Мәләүез районы,
Нөгөш урта мәктәбе.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне