01.02.2018 Тәүге осрашыуҙа - спортсылар
Владимир Путин үҙенең ышаныслы кешеләре менән осрашыуҙар үткәрә башланы. Ошо көндәрҙә уларҙың тәүгеһе үтте. Сарала ҡатнашыусылар араһында билдәле Олимпия чемпиондары һәм спорт мастерҙары бар.
Осрашыуҙа президентлыҡҡа кандидат әлеге көндөң төп темаһы - Олимпия спортына ҡарата үҙ фекерен белдерҙе. Владимир Путин донъя спортын "бысраҡ сәйәсәт аш-һыу бүлмәһенең артҡы ихатаһына" әйләндереүгә юл ҡуймаҫҡа кәрәк тип белдерҙе. Ул шулай уҡ допинг янъялы арҡаһында Олимпия уындарында ҡатнаша алмаған спортсыларға мораль һәм материаль яҡтан ярҙам итергә вәғәҙәләне.