26.01.2018 “Ҡош юлы” балаларҙы көтә!
“Ҡош юлы” республика гитарала уйнап йырлаусылар бәйгеһе хаҡында ишеткәнегеҙ барҙыр, моғайын. Ә бына “Ҡош юлы. Балалар” тигәненең яңы ҡанат ҡағыуы – күптәр өсөн яңылыҡ. “Тамыр” балалар каналы менән берлектә ойошторолған проект 15 февралгә саҡлы 17 йәшкә тиклемге үҫмерҙәрҙе әүҙем ҡатнашырға саҡыра! Йәш дуҫтарыбыҙ үҙҙәрен түбәндәге өлкәләрҙә, тәғәйен әйткәндә, гитарала уйнап йырлау һәм шиғриәт бәйгеһендә һынап ҡарай ала. Йәғни әгәр ҙә һин йәки һинең танышың, дуҫың, ҡустың йәки һеңлең, ҡыҙың йәки улың гитара ҡылдарын сиртеп моңланырға, йә булмаһа, уй-хистәрен шиғырға һалырға ярата икән, тимәк, “Ҡош юлы” һеҙҙе көтә! Тулы мәғлүмәт – “Бәйләнештә” селтәрендәге бәйгенең рәсми төркөмөндә.