11.01.2018 11 ғинуар - Халыҡ-ара рәхмәт көнө
Бөгөнгө көн РӘХМӘТ көнө икән,
Рәхмәтемде кемдән башларға?
Кемгәлер ҙә башлап әйтә алмам,
Тик, Хоҙайҙан ғына башҡаға.
Рәхмәт тимен бөгөн Хоҙайыма,
Яралтҡанға ошо донъяға.
Әҙәм итеп тыуҙырған бит мине,
Тамырымда ҡыҙыл ҡан аға.
Яҡтылыҡты күрәм күҙем менән,
Ишетәмен тормош сыңдарын.
Шөкөр тимен Аллам, Хоҙайыма,
Иҫән минең аяҡ-ҡулдарым.
Зиһендәрем камил, аңым дөрөҫ,
Етеш тағын, ашар ризығым.
Маңлайыма яҙған яҙмышым да,
Үкенерлек түгел, ризамын.
Эсәр һыуым да саф шишмәләрҙә,
Һулар һауам таҙа тағы ла.
Бар күңелдән әйткән РӘХМӘТтәрем,
Ошо шиғырымда сағыла!
тип яҙған беҙгә Хәлиҙә апай Абдуллина