01.01.2018 Яңы Йыл менән, дуҫтар!
Ҡыш бабай менән бергә,
Дед Мороз идет.
Яңы йыл етеп килә,
Значит, Новый Год!
Яңы Йыл менән, дуҫтар!
Барығыҙға ла Ағиҙел йылғаһындай-оҙон ғүмер, ҡоростай-ныҡлы һаулыҡ, Урал тауҙарындай бейек-уңыштар, муйыл сәскәһендәй-ап-аҡ бәхет, иртәнге ысыҡтай-саф мөхәббәт теләйбеҙ!
Эт йылында, Алла бирһә, тағы ла татыуыраҡ, тағы ла яҡыныраҡ, тағы ла әүҙемерәк, тағы ла дәртлерәк булайыҡ! Байрам өҫтәлдәрегеҙ аш-һыуҙан һығылып торһон. Балаларығыҙ, һөйгәндәрегеҙ, яҡындарығыҙ менән матур, күңелле итеп ҡаршыларға яҙһын Яңы йылды.
Тағы ла, тағы ла, тағы ла ЯҢЫ ЙЫЛ менән Һеҙҙе, дуҫтар!