26.12.2017 Ханума
Картуф, кишер, һуған, ит иҙмәһе, көнбағыш майы, тоҙ, һары май.
Тоҙ, һыу, ике йомортҡа, он ҡушып, ҡамыр баҫырға ла, туҡмас ҡамыры кеүек йәйергә. Кишерҙе шаҡмаҡлап турап, көнбағыш майында ҡыҙҙырығыҙ. Фаршҡа ҡыҙҙырылған кишер, һуған, тоҙ, борос, лавр япрағы ҡушығыҙ. Йәймәне һары май менән майлағыҙ ҙа, эслекте һалып төрөгөҙ. Һурпаһы ағып сыҡмаһын өсөн ситтәрен тоташтырығыҙ.
Ханума манты кәстрүлендә бешерелә. Бешкәс, тәгәрмәсләп ҡырҡыла, майонез йәки ҡаймаҡ менән табынға бирелә.