13.12.2017 Персиклы-сәтләүекле торт
Ҡамыр өсөн 3 йомортҡа, 1 cтакан шәкәр, 1 cтакан ҡаймаҡ, 1 банка ҡуйыртылған һөт, 1 балғалаҡ сода, 2 стакан он алына.
Ингредиенттарҙың барыһын бергә ҡушып, йомшаҡ ҡына ҡамыр эшләргә. Барлыҡҡа килгән массаны икегә бүлеп, береһенә персиктар, икенсеһенә ваҡланған сәтләүек һалырға ла, ҡыҙыу мейестә 30 – 35 минут бешерергә. Консерваланған персикты йәки башҡа емештәрҙе ҡулланырға мөмкин. Бешеп сыҡҡас, һыуытып, йәймәгә сироп йәки ҡайнатма, крем яғырға. Шоколадты аҡ май, бер аҙ һөт ҡушып иретергә лә, торттың өҫтөнә һалырға.
Крем түбәндәгесә әҙерләнә. 750 г ҡаймаҡҡа 1 стакан шәкәр һалып болғатырға.