28.11.2017
Шүлгәнташ мәмерйәһендә үҙенсәлекле рәсем – дөйә һүрәте табылған
Ике үркәсле дөйә һыны 1970 йылдарҙың аҙағынан билдәле «Аттар һәм билдәләр» полихром панноһында табылған. Рәсемде ҡаплаған уран-торий ҡатламының анализы уны 15-37 мең йыл элек үрге палеолит заманында төшөрөлгәнен күрһәткән.