23.10.2017 “Мәктәп вальсы” беҙҙе саҡыра
“Мәктәп вальсы”, “Арҡайым”, “Кисерегеҙ”, “Батырҙар йыры”, “Тәгәрәп китте йөрәгем”, “Өс мөйөшлө хаттар”... Был йырҙарҙы инде нисәмә быуын тамашасы яратып тыңлай, үҙ итә. Ғүмерҙең – бер мәл, мөхәббәт һәм илһөйәрлек тойғоларының мәңгелек ҡиммәт икәне тап ошо үлемһеҙ йырҙар аша беҙҙең күңелдәргә уйыла ла инде...
Уларҙың авторы Зөһрә апай Фәйзуллина кемдәрҙер өсөн күптән яратҡан шағирәгә әүерелгән, иң уңышлыларға унда белем алыу бәхете лә татыған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йырҙарын яратып тыңлап та, уның авторы кем икәнлеге хаҡында уйланмағандар ҙа осрай. Улар өсөн Зөһрә апайҙың исеме ят булып ҡала килә. Ә уның күңеленән сыҡҡан бит был илаһи моңдар, күңел хистәрен әйтеп бирер шиғыр юлдары...
Үткән ижад миҙгелендә Сибай филармонияһы артистары шағирә, көйсө, драматург, данлыҡлы педагог Зөһрә Фәйзуллинаның 70 йәшлек юбилейына ҡарата “Йырҙарымда – асылым” тип аталған бай йөкмәткеле концерт программаһы ҡуйғайны. Ниһайәт, был тамаша, тағы ла байытылып, баш ҡала артистары менән берлектә Өфө ҡалаһы сәхнәһендә лә күрһәтеләсәк. Флүрә Килдейәрова, Нәзифә Ҡадирова, Алһыу Бәхтиева, Әлфиә Юлсурина, Нәсимә һәм Азамат Тимеровтар, Лилиә Ишемйәрова, Юнир Һағынбаев һәм башҡа йыр сәнғәте әһелдәре Сибай филармонияһы артистары менән бергә ҙур концертта тик Зөһрә Фәйзуллинаның ғына йырҙарын башҡара!
25 октябрҙә Өфө балалар филармонияһы (РТИ) залында киске сәғәт 7-лә үтәсәк концертҡа рәхим итегеҙ! Билет хаҡы – 300 һум.