RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һау-сәләмәт килеш ҡартайһаң икән дә!

23.12.2010 Һау-сәләмәт килеш ҡартайһаң икән дә!

Һау-сәләмәт килеш ҡартайһаң икән дә!
йәки ғалимдар тәҡдим иткән 16 ҡағиҙә
Күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятҡан "Рәсәй: беҙ оҙаҡ йәшәргә тейеш" проекты илдә демографик күрһәткестәрҙе яҡшыртыуға, халыҡтң ғүмерен оҙонайтыуға йүнәлтелгән. Үҫешкән илдәрҙә ул күптән эшләй һәм үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәп йәшәһәк, беҙгә лә яҙыҡ булмаҫ ине.
Таҙалыҡ
Гигиена, әлбиттә, төп шарт. Мәҫәлән, ашар алдынан ҡулды йыумау ҡурҡыныс йоғошло сиргә дусар итеүе билдәле. Шул уҡ ваҡытта, артыҡ таҙалыҡ та идеаль сәләмәтлек өсөн бигүк дөрөҫ юл була алмай икән. Ғалимдар тикшереүе күрһәтеүенсә, ябай һабын урынына махсус антибактериаль таҙартҡыстар ҡулланған кешеләр йышыраҡ ауырый. Сөнки көслө антисептиктар тәндең тәбиғи бактериаль балансын боҙа, йәғни, файҙалы бактериялар үлеп, киреһенсә, зыянлы патогендар үрсей башлай.
Йөккә уҙыуҙан һаҡлан!
ҡасан ғына, ауырға ҡалыуҙан һаҡлаусы контрацептивтар матдәләр алмашыныуын боҙа, кәүҙә ауырлығын арттыра, тигән фекер урын алғайны. Әле иһә гинекологтар, бындай препараттар ҡатын-ҡыҙҙың сәләмәтлеген нығыта, тип иҫбат итә. Атап әйткәндә, препараттар аналыҡтағы яман шеш хәүефен егерме процентҡа кәметә. Хатта утыҙ йылға!
Сәй эс!
Донъяла иң файҙалыһы йәшел сәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ шул! Тикшереүҙәрҙән күренеүенсә, нәҡ ҡара сәй тештәге бактерияларға үрсергә ирек бирмәй икән. Шулай уҡ ул йөрәкте лә һаҡлай. Баҡтиһәң, ауыҙ ҡыуышлығында бактериаль зарарланыу ҡан тамырҙарында микротромбалар барлыҡҡа килтерә. Был, үҙ сиратында, инфарктҡа килтерә. Тимәк, ҡара сәйҙәге матдәләр был процесҡа кәртә була ала.
Газлы һыу эсмә!
Барлыҡ газлы, тәмләткестәр өҫтәлгән һыуҙарҙа фосфор кислотаһы бар. Тышлыҡта ул Е338 тип күрһәтелә. Был элемент организмдағы кальцийҙы йыуып сығарыуы менән хәүефле. Һөҙөмтәлә, һөйәк массаһы юғалып, һөйәк дистрофияһы хасил була. Әйткәндәй, был сир ирҙәргә ҡарағанда ҡатын-ҡыҙҙар араһында йышыраҡ осрай.
Алкоголь
ҡайһы бер наркологтар, әҙ күләмдәге алкоголь файҙалы, тигән фекерҙә. Ә бына онкологтар бының менән килешмәй. Һуңғы тикшеренеүҙәр асыҡлауынса, араҡының бәләкәй генә тамсыһы ла яман шеш ауырыуы хәүефен арттыра. Ә диетологтар маҡтаған ҡыҙыл шарап иһә күкрәк биҙҙәре өсөн зыянлы.
Фолий кислотаһы менән дуҫлаш!
Фолий кислотаһы айырыуса ҡатын-ҡыҙ өсөн мөһим булған алты матдә араһына инә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, әгәр ҙә буласаҡ әсәлә был элемент етмәһә, баланың зәғиф булып тыуыуы мәмкин. Организм фолий кислотаһы запасына бай булһа, олоғайған көндә күҙҙәргә бәйле проблемалар булмаясаҡ. Әгәр ҙә уны В6, В12 витаминдары менән бергә ҡабул итһәң, ауырыу ҡурҡынысы 41 процентҡа тиклем кәмей.
Һимермә!
Кәүҙә ауырлығы артыҡ булған ҡатын-ҡыҙҙар йөккә уҙа алмай, өҫтәүенә, улар остеопороз ауырыуына тиҙ бирешә. Утыҙ йәште уҙған һәм буйы 165 см булған гүзәл заттың кәүҙә ауырлығы 63-65 килограмдан ашмаҫҡа тейеш. Әгәр үҙегеҙҙең нормағыҙ күпме булырға тейешлеген белмәһәгеҙ, уны иҫәпләүе ауыр түгел. Бының өсөн квадратҡа алып, кәүҙә ауырлығын буй үлсәменә бүлегеҙ. Мәҫәлән, 70 кг: (1,7м *1,7м) = 24,2.
Гормондарҙан ҡурҡ!
Менопаузанан һуң ҡатын-ҡыҙҙың организмында кинәт гормондар аҙая. Был остеопороз, ашҡаҙандың сей яраһы, эсәктәге яман шеш ауырыуҙарына һәм төрлө йөрәк-ҡан тамырҙары боҙолоуына килтереүе мөмкин. Шуға күрә табиптарҙың күбеһе гормональ терапия билдәләй. Әммә ҡайһы бер гормондарҙың – мәҫәлән, эстроген менән прогестоген нығытмаясаҡ, ә киреһенсә, сәләмәтлекте ҡаҡшатасаҡ ҡына.
Тәмәке тартма!
Был турала хатта аңлатма биреп тороу ҙа кәрәкмәйҙер. Бары тик һуңғы медицина тикшереүҙәре күрһәтеүенсә, тәмәке тартҡан гүзәл заттар аналыҡтағы яман шеш менән ике тапҡырға күберәк ауырый.
Бала тапҡың килһә, ҡояшта нығын!
Табиптар, түлһеҙлеккә дусар иткән төп сәбәптәрҙең береһе тип йомортҡалыҡтағы проблемаларҙы атай. Йомортҡалығында ниндәйҙер проблема булған ҡатын-ҡыҙҙың Д витаминына ҡытлыҡ кисереүе билдәле. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, Д витамины менән дауаланыу был органдағы сирҙәрҙе 93–99 процентҡа тиклем кәметә. Шулай ҙа был витаминды элеккесә ҡояш нурҙары аша үҙләштереү хәйерле.
Дарыуҙар менән һаҡ булығыҙ!
Витаминдар ҡабул итеү яҡшы, шулай ҙа дарыуҙарҙы ҡабул иткәндә һаҡ булырға кәрәк. ҡайһы бер препараттар тиренең һиҙгерлеген арттыра, аллергияға дусар итә. Айырыуса ҡан баҫымы дарыуҙарына, һыуыҡҡа ҡаршы холестеринды кәметеүсе, дарыуѓарға иғтибарлы булырға кәрәк тип иҫәпләй белгестәр.
Банан аша!
Психик сәләмәтлек халыҡ-ара ойошмаһы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, урта йәштәрҙәге һәр дүртенсе кеше күңел төшөнкөлөгөнән яфалана. Уның төп сәбәбе – триптофан аминокислотаһы етмәүендә. Һеҙгә банан, күркә ите, слива, эремсек ярҙам итә ала.
Утыҙға тиклем ике бала тап!
Был биологик сәғәткә көйләнеү түгел. Ә ни бары егерме менән утыҙ йәш араһында бала табыу һәм имеҙеү күкрәк яман шеше менән сирләү осрағын кәметә икән. Бынан тыш, швед ғалимдары, был осорға бала табыусылар ревматоид артриты менән 50 процентҡа әҙерәк сирләй, тип иҫәпләй.
ҡулыңа гантелдәр ал!
Арҡаһы, биле ауыртыуына зарланмаған кеше юҡтыр. Был проблеманан арынырға даими көслө күнегеүҙәр генә ярҙам итә.
Ашҡаҙаныңды тәртиптә тот!
Сәбәпһеҙгә эскә һауа йыйылыуы йомортҡалыҡтағы яман шеш ауырыуы билдәһе булыуы мөмкин. Шуға күрә был проблеманы иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай. Быға тиклем ошо диагноз ҡуйылыусыларҙың 86 процентында ошо хәл күҙәтелгән.
Баш тартма!
Даими енси тормош гүзәл заттарҙы ла, ирҙәрҙе лә йәш күрһәтә. Йылына ике йәҙ мәртәбә оргазм алыу кешене үҙ йәшенән алты йәшкә йәшәртә, имеш. Бынан тыш, тәртипле енси тормош иммунитетты күтәреүҙә лә ярҙам итә.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне