12.10.2017 Башҡорт теленән яңы дәреслектәр әҙерләнәсәк
Республикала башҡорт теленән яңы дәреслектәр һәм тейешле методик комплекстар әҙерләнәсәк. Был турала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылыштағы сығышында белдерҙе.
– Башҡорт теленән яңы дәреслектәр, методик комплекстар әҙерләнәсәк, шул иҫәптән һанлы технологияларҙы, дистанцияла уҡытыу формаларын файҙаланыу ҡаралған. Телде уҡытҡанда заманса күренештәр һәм белем биреү процесына талаптар иҫәпкә алынырға тейеш, – тине төбәк етәксеһе. – Иң мөһиме, баланың туған телдәрҙе өйрәнеү йәһәтенән хоҡуҡтары Рәсәй Конституцияһы һәм Башҡортостан Конституцияһы тарафынан яҡланған, бының өсөн барлыҡ мәктәптәрҙә тейешле шарттар булдырылған.