10.10.2017 Билалдар Республика көнөн байрам итте
Бөгөн Баймаҡ районының Билал ауылында Республика көнөнә бағышланған байрам үтте, тип хәбәр итә беҙгә китапханасы Райхана Булатова. Халыҡ мәктәп уҡыусылары бейеүҙәрен (етәкселәре Дилара Әхмәтова), Ләйсән Әминева, Иршат Юлмөхәмәтовтың йырҙарын алҡыштарға күмде, яратып ҡараны. Байрамға килеүселәрҙе биләмә башлығы Мәжит Заманов, мәктәп директоры Фәнүр Садыҡов ҡотланы.
Көҙгө йәрминкә лә гөрләне. Мәктәп уҡыусылары йәй буйы үҫтергән кишер, сөгөлдөр һатыуға сығарылды. Ауылдашыбыҙ Альберт Хәкимйәнов менән Бикеш ауылыныҡылар иген һатты, Өмөтбайҙан килгән Зиннур Көмөшбаев кәбеҫтә тәҡдим итте. Гөлдәр Астафьева бешергән төрлө тәм-том янынан да кеше өҙөлмәне.