06.10.2017 Барыһы ла һеҙҙең ҡулда
5 октябрҙән 15-енә тиклем Рәсәй почтаһы 2018 йылдың беренсе ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө уҙғара.
Ошо декада дауамында һеҙ “Йәшлек” гәзитенә 10 процентҡа ташламалы хаҡ менән алты айға 696 һум 30 тингә яҙылып ҡала алаһығыҙ. Һуңынан ҡиммәтерәк буласаҡ.
Уңайлы мөмкинлекте файҙаланығыҙ! Был ун көнлөктә баҫмабыҙҙың индексы – П2757.
Барыһы ла һеҙҙең ҡулда, дуҫтар! Нәҡ бына ошо риүәйәттәгесә.
Бер Остаз йәшәгән. Уҡыусылары уның һәр нәмәгә яуабы барлығын белгән. Тик берәүһе генә шикләнә төшкән – ә беҙҙең Остаздың белмәгән нәмәһе бармы икән? Шунан был уҡыусы бер күбәләкте тотоп усына йомған да, Остазына килгән.
– Остазым, әйтегеҙсе, минең усымдағы күбәләк тереме, үлеме? – уҡыусы хәҡиҡәт өсөн хатта күбәләкте һытҡансы ҡыҫырға ла әҙер торған.
– Барыһы ла һинең ҡулда...
Бергә булдыҡ,
бергә ҡалайыҡ!