22.12.2010 Льготниктарға социаль хеҙмәтләндереүҙәр пакеты яңыртыла
2011 йылдың 1 ғинуарынан федераль льготниктар өсөн бушлай дарыуҙар һәм санаторийға путевкалар алыу ике өлөшкә бүленә. Бушлай дарыу алыуға һәм шифаханаға дауаланыуға хоҡуғын үҙендә ҡалдырыусы граждандар категорияһы 2011 йылдың беренсе кварталында, дарыу алыуға хоҡуҡты һаҡлап, путевканан баш тарта ала. Бының өсөн 2011 йылдың 1 апреленә тиклем Пенсия фондының төбәк органдарына ғариза бирергә кәрәк.
Рәсәй Федерацияһының 345-се «Дәүләт социаль ярҙамы тураһында» Федераль законға үҙгәрештәр индереү тураһында" Федераль законына тейешле төҙәтмәләр индерелде. Был турала видеоконференция режимында дарыуҙар менән тәьмин итеү буйынса федераль селектор кәңәшмәһендә Рәсәй һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министры Татьяна Голикова хәбәр итте.
Башҡортостандан видеоселекторҙа БР Хөкүмәте Аппаратының һаулыҡ һаҡлау, социаль үҫеш һәм административ органдар менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек бүлеге мөдире Динар Вәлиуллин, БР һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Георгий Шебаев һәм башҡа вәкилдәр ҡатнашты.
Федераль регистрҙың төбәк сегменты мәғлүмәттәренә ярашлы, 2010 йылдың 10 декабренә ҡарата Башҡортостанда дәүләт социаль ярҙамы алыу хоҡуғына эйә булған граждандар һаны 96528 кеше иҫәпләнә. 2010 йылға дөйөм финанслау күләме иһә 810865,3 мең һум тәшкил итә.