28.09.2017 Грипҡа ҡаршы вакцинаға ниндәй штамдар инә, прививка эшләтергәме?
Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор идаралығы 2-16 октябрҙә киҙеү һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһын иҫкәртеү буйынса "ҡыҙыу линия" ойоштора.
Шылтыратыуҙар 8-800-100-47-67 телефоны буйынса иртәнге сәғәт 10-дан 4-кә ҡәҙәр ҡабул ителәсәк. Ведомство белгестәре киҙеүгә ҡаршы иммунизация өҫтөнлөктәре, вакцинаға ниндәй штамдар инеүе, киҙеүгә ҡаршы прививканы башҡалар менән бергә ҡуйырға яраймы, киҙеүҙе йоҡтороу хәүефе һәм эҙемтәләре, шәхси һәм йәмәғәт профилактикалау саралары тураһындағы һорауҙарға яуап бирәсәк.