19.09.2017 Калашниковҡа һәйкәлде тамырҙары менән башҡорт скульптор яһаған
Бөгөн Рәсәйҙә Ҡорал яһаусы көнө билдәләнә. Ошо күркәм байрамға арнап, Мәскәүҙә Садовая-Каретная һәм Долгоруковская урамдары киҫелешендә атыу ҡоралдары конструкторы Михаил Калашниковҡа арналған һәйкәл асылды.
Михаил Тимофеевич ҡулына үҙе эшләгән АК-47 автоматын тотҡан көйөнсә һынландырылған. Һәйкәлдә шулай уҡ Ер шары һәм Изге Георгий образы ла бар. Композицияның авторы - Рәсәйҙең халыҡ рәссамы, скульптор Салауат Щербаков. Әйткәндәй ул тамырҙары менән башҡорт - атаһы Ырымбур өлкәһендәге бер башҡорт ауылында тыуған.