29.08.2017 Белем көнөн 1 сентябрҙа үткәрергә тәҡдим ителде
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы, халыҡтың күпләп мөрәжәғәт итеүенә яуап итеп, Белем көнөнә арналған линейкаларҙы 1 сентябрҙә үткәрергә тәҡдим итә. Республикала ял тип иғлан ителгән Ҡорбан ғәйете лә быйыл ошо көнгә тура килә.
Мәғариф министры Гөлназ Шафикова әйтеүенсә, дин әһелдәре менән был мәсьәлә буйынса һөйләшеү булған, улар бер ниндәй ҙә кәртә күрмәй.
Белем көнөндә тантананан һуң балаларға тәүге дәрестә "Киләсәккә ынтылған Рәсәй" темаһына һөйләшеү үтәсәк.