22.08.2017 «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит»
1 июлдән Бөрйән районында «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» акцияһы башланды, ул 31 авгусҡа тиклем дауам итәсәк. Был хәйриә акцияһы республикала етенсе йыл ҡабаттан уҙғарып килә. Маҡсаты - күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләргә, ҡараусыһыҙ, инвалид балаларға, яңы уҡыу йылына әҙерләшеү, ауыр тормош һынауҙарына дусар булған ғаиләләргә ярҙам итеү.
Хөрмәтле райондаштар, акция тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды, изгелек эшләп ҡалырга ашығығыҙ. Мохтаж балаларға ярҙам итеп һеҙ улар күңелендә бәхет һәм өмөт сатҡыларын уятаһығыҙ.
Төрлө мәктәп кәрәк-яраҡтары менән, йәки аҡсалата ярҙам ҡулы һуҙырға теләүселәрҙе Иҫке Собханғол ауылы, Салауат урамы, 30, 2-се ҡат, 8-cе кабинетта көтөп ҡалабыҙ. Белешмә өсөн телефон һандары: 8347(55) 3-66-74.
Мохтаждарға бергәләп ярҙам итәйек, райондаштар!