21.08.2017 Раушания Исҡужина - «Башҡортостан һылыуы»
Өфөлә «Башҡортостан һылыуы» II республика матурлыҡ конкурсы үтте. Унда Баймаҡ ҡалаһынан 19 йәшлек Раушания Исҡужина еңеүсе булды.
Ҡыҙ матурлыҡ конкурсында тәүгә еңгән. Ул Өфө нефть техник университетында өсөнсө курсында уҡый. Бала саҡтан халыҡ бейеүҙәре менән шөғөлләнә. Киләсәктә республика өсөн яҡшы белгес һәм файҙалы кеше булырға теләй.