RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тоҙланмалар, ҡайнатмалар

14.08.2017 Тоҙланмалар, ҡайнатмалар

Тоҙланмалар, ҡайнатмаларБәшмәктән солянка
1 кг бәшмәк, 500 г кәбеҫтә, 500 г помидор, 300 г кишер, 150 г үҫемлек майы, бер ҡалаҡ аш һеркәһе.

Бәшмәкте йыуып таҙартҡас, эреләрен турап, ваҡтарын шул килеш 10 – 15 минут самаһы бешерергә, тоҙ һәм башҡа тәмләткестәр ҙә ҡушырға була.
Йәшелсәләрҙе ваҡ ҡына итеп турарға, һалам формаһында итеү отошлораҡ булыр. Һуған менән кишерҙе майҙа ҡыҙҙырырға, помидор, кәбеҫтә өҫтәп, ҡалған майҙы һалып, тоҙ һибергә кәрәк. Ошо массаны һүрән утта 20 – 25 минут тотҡас, бәшмәкте өҫтәп, тағы 30 минут быҡтырырға. Әҙер булыр­ға биш минут ҡалғас, тәмләткестәргә ваҡыт етә: лавр япрағы, борос, аш һеркәһе ҡулланырға була. Уларҙы өҫтәгәс, тағы ла 10 – 15 минут самаһы ҡайнатып алырға.
Стерилләнгән банкаларға һалып, тимер ҡапҡастар менән япҡас, йылыға урап, һыуынғансы тоторға.

Тоҙло ҡыяр
Тәүҙә маринад әҙерләнә. Уның өсөн өс литрлы банкаға бер стакан аш һеркәһе, биш стакан һыу, бер ҡалаҡ тоҙ ҡулланыла. Бөтә аҙыҡ һәм тәмләткестәр ҙә йыуылған, таҙа һәм ҡоро булырға тейеш. Тәмләткестәр: керән, ҡара ҡарағат, сейә, лавр япрағы, бер укроп башағы, бер балғалаҡ бөртөклө гәрсис. Уларҙы һәм ҡыярҙы стерилләнгән банкаға һалып, өҫтөнә маринад ҡоябыҙ ҙа стерилләйбеҙ. Ҡыяр төҫөн үҙгәрткәс тә бер-ике минут тоторға кәрәк әле. Аҙаҡ кәстрүлдән алып, һауа сыҡһын өсөн ҡапҡасын асып, һелкетеп алырға онотмағыҙ. Шунан нығытып ябырға һәм түңкәреп ҡуйып, йылы нәмә менән ҡаплап, һыуынғанын көтөргә генә ҡала.

Борщ
Ҡышын, ашыҡҡан ваҡытта, тиҙ генә бешереп ебәрер өсөн ошо көндәрҙә үк борщ әҙерләп ҡуйырға була. Ябай ғына рецепт: өс-дүрт лавр япрағы, ике кг сөгөлдөр, бер кг кишер, бер кг һуған, бер кг кәбеҫтә, ике кг помидор, бер тырнаҡ һарым­һаҡ, ярты стакан көнбағыш майы, ике ҡалаҡ тоҙ, 10 бөртөк ҡара борос, ике ҡалаҡ шәкәр, ике ҡалаҡ аш һеркәһе.
Сөгөлдөр менән кишер эре ҡырғыстан үткәрелә. Кәбеҫтә һәм һуған һаламлап турала, помидор ит үткәргес аша тарттырыла. Аҙаҡ бөтә ингредиенттарҙы ла бергә ҡушып, тоҙ, шәкәр, борос, лавр япрағы һалып, 25 минут ҡайнатырға кәрәк. Борщты уттан алыр алдынан туралған һарымһаҡ һәм һеркә өҫтәргә кәрәк. Стерилләнгән банкаларға һалып, тимер ҡапҡастар менән ябып һаҡларға.

Йәшелсә икраһы
Ике кг помидор, бер кг һуған, бер кг кишер, бер кг татлы борос, ярты литр көнбағыш майы талап ителә.
Иң тәүҙә һуғанды турап, майлы табала ҡыҙҙырырға кәрәк. Шул арала кишерҙе ҡырғыс аша үткәреп, помидор, боросто һәм һуғанды турап, тоҙ һалып, барыһын бергә асыҡ һауытта 1,5 сәғәт ҡайнатырға. Һуңынан стерилләнгән банкаларға тултырып һаҡларға.

Студенттар өсөн шәп салат
Студенттар йыл әйләнәһенә ата-әсәһенән төрлө салаттар ташып ашай. Әлбиттә, йәштәр туҡлыҡлы һәм йылытып та тормай, ашап алырлыҡ аҙыҡтарға өҫтөнлөк бирә. Уларға тура килерлек салат әҙерләү өсөн ябай ғына рецепт: 10 кг ҡабаҡты эре ҡырғыста ҡырып әҙерләргә. Бынан тыш, бер кг помидор кәрәк, уны өлөшләп турарға. Бер кг кишерҙе эре ҡырғыс аша ҡырырға, бер кг һуғанды – балдаҡлап, бер кг татлы боросто һаламлап турарға. Әсе борос менән һарымһаҡ аҙыҡты тәмлерәк итә – уларҙы иҙергә һәм дүрт ҡалаҡ тоҙ, бер стакан үҫемлек майы өҫтәргә.
Хәҙер бөтә йәшелсәне бергә бутап, утҡа ҡуйырға ғына ҡала. Ҡайнап сыҡҡас, 2 стакан дөгө һалып, әҙер булғансы бешерергә. Иң аҙаҡтан бер балғалаҡ аш һеркәһе өҫтәп, эҫе килеш банкаларға тултырып, һаҡларға ҡуйырға ғына ҡала.

Консерваланған йәшел борсаҡ
Маринад өсөн – бер литр һыуға бер ҡалаҡ тоҙ, бер ҡалаҡ шәкәр, һәр банкаға бер балғалаҡ алты процентлы аш һеркәһе. Һыйған тиклем йәшел борсаҡ кәрәк.
Борсаҡты һалҡын һыу менән йыуып, кәстрүлгә һалырға һәм өҫтөн ҡапларлыҡ ҡына итеп һалҡын һыу ҡойоп, уртаса утҡа ҡуйырға. 15 – 20 минуттан һыу парға әйләнеп бөтә. Стерилләнгән банкаға борсаҡты эҫе килеш бер сантиметр самаһы тултырмай һалырға. Һәр банкаға һеркә, эҫе маринад ҡойор­ға кәрәк. Банканы ҡалын полиэтилен киҫәге менән ҡаплап, резинка менән нығытырға һәм яҡшылап төрөргә.
Был консерва һыуытҡыста һаҡлана.

Ҡоро ҡайнатма
Бер кг сейә, бер кг шәкәр, дүрт стакан һыу.

Сейәне төшөнән айырып алып, һутын һарҡытырға. Бының өсөн емеште иләккә һалырға һәм өҫтөнә һалҡын һыу ҡойоп, тулыһынса ағып бөткәнгә тиклем көтөргә. һуңынан өҫтөнә сироп ҡойоп, ике сәғәт тотоп, сәғәт ярым самаһы ҡайнатырға. Сейәгә сироп тулыһынса һеңгәнен көтөргә. Бынан һуң емештәрҙе айырып, өҫтөнә шәкәр һибергә. Хәҙер сейәне аҙ ғына йылытылған мейестә киптерергә кәрәк, тик даими рәүештә тикшереп торорға, артыҡ ҡороп китмәһен. Банкаларға һәм йәшниктәргә һалғанда өҫтөнә шәкәр һибергә кәрәк.

Ҡауындан ҡайнатма
400 г ҡауын, 800 г шәкәр, бер стакан һыу, аш һеркәһе.

Өлгөргән, татлы ҡауын кәрәк. Уның тышын таҙартып, ваҡ ҡына итеп турарға ла өҫтөн ҡаплағансы аш һеркәһе ҡойоп, ике көнгә ҡуйып торорға. Бынан һуң ҡауын киҫәктәре сироп менән бергә ҡайнатыла. Ҡауын йомшарыу менән уны сироптан алырға ашығығыҙ. Ул банкаға һалып һыуытыла, ә сироп ҡуйыр­ғансы ҡайнатыла. Банка ҡайнатма ныҡлап һыуынғас ҡына нығытып ябыла. Һыуытҡыста һаҡлау отошлораҡ.

Муйыл ҡайнатмаһы
Бер кг муйыл, өс стакан һыу, кило ярым шәкәр кәрәк.

Муйылды бер-ике минут эҫе һыуҙа тотоп алыу мотлаҡ. Аҙаҡ ул эмаль һауытҡа һалынып, өҫтөнә эҫе сироп ҡойола.
Өҫтөн ала-ала, һүрән утта 10 минут самаһы ҡайнатырға. Әҙер ҡайнатманы банкаларға һалып, стерилләнгән ҡапҡас менән ябырға кәрәк.

Ҡара ҡарағаттан ҡайнатма
Бер кг ҡарағат, ярты кг шәкәр.

Банкаларҙы, ҡапҡастарын сода менән йыуырға һәм стерилләргә. Ҡарағатты яҡшылап йыуып, ҡоротор­ға кәрәк. Еләктең биштән бер өлөшөн блендер менән яҡшылап иҙергә. Уның өҫтөнә ҡалған ҡарағатты һәм шәкәрҙе өҫтәп, яҡшылап бутар­ға. Әлеге массаны утҡа ҡуйырға. Ул ҡайнап сығырға тейеш түгел. Ҡайнап сығыр-сыҡмаҫ килеш утта биш минут самаһы тотор­ға. Үҙ һутында әҙерләнгән ҡарағатты банкаларға эҫе ваҡытында ҡойорға кәрәк. Банкалар яҡшы итеп стерилләнгән осраҡта бик оҙаҡ һаҡланасаҡ.

Абрикостан ҡаҡ
Был аҙыҡ бик файҙалы, ябығырға теләүселәргә шәп тәмлекәс булыуы менән ҡиммәтле.
Ныҡ өлгөргән, хатта иҙелә башлаған абрикос кәрәк. Емеште ике килонан ашыу алығыҙ. Шәкәр бер кило талап ителә. Желе барлыҡҡа килһен өсөн махсус ҡулланмалар кәрәк буласаҡ, мәҫәлән, Желфикс порошогы. Ул 10 г самаһы кәрәк.
Абрикосты йыуырға, серектәрен алып ташларға, төштәренән таҙартырға. Емеште иҙер өсөн ит үткәргес йәки махсус комбайн ҡулланыр­ға була. Бынан һуң абрикосҡа шәкәр менән порошок ҡушыла. Әйткәндәй, борон ҡаҡты емешкә бер нәмә лә ҡушмай ғына эшләгәндәр, махсус онтаҡты ҡулланмаҫҡа ла булалыр. Шәкәрле абрикосты ярты сәғәт ҡайнатырға кәрәк.
Килеп сыҡҡан массаны һыуытыр­ға. Фольга, клеенка йәки пергамент ҡағыҙы кәрәк буласаҡ. Ҡаҡты ҡалыныраҡ итергә теләүселәр фольганың ситен бөрөп ҡуя ала. Массаны йәйеп һалырға. Уртаса алғанда, уның ҡалынлығы ярты сантиметр самаһы буласаҡ. Хәҙер киптерергә һалып ҡуябыҙ. Көтөргә теләмәгәндәр мейестә лә ҡоротоп ала, кемдер ҡараңғы һәм һалҡын урында тота. Бынан һуң әйләндереп, тағы ла киптерәләр. Ҡаҡты теләгән бер формала ҡырҡырға була. Һаҡлаған ваҡытта торба итеп төрөп һалырға мөмкин.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне